Иртәгә, 6 августа, Башҡортостан юлдаш телеканалында иртәнге «Сәләм» тапшырыуының тура эфирында 07.45 сәғәттә ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыла. Гәзит-журналдарға яҙылған республика халҡы «Яҙыл һәм от» акцияһында ҡатнаша ала (икенсе ярты йыллыҡҡа, шулай уҡ бөтә 2025 йылға яҙылыу буйынса). Мотоблок, туңдырғыс, телевизор, ноутбук һәм робот-саң һурҙырғыс уйнатыла. Бындай бүләктәргә «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең ике баҫмаһына яҙылған һәр кем эйә була ала. Тулы мәғлүмәт сайтта: https://podpiska.rbsmi.ru/. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 сентябрҙән 2026 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башлана. Гәзит-журналдарға почта бүлексәһе аша ғына түгел, ә бер нисә минут эсендә сайтта онлайн рәүештә лә яҙылырға мөмкин: https://rbsmi.ru/. Фото: «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте.
Башҡортостан телевидениеһында тура эфирҙа бүләк уйнатыла!
5 августа 20255 авг 2025
~1 мин