Архангел районы хакимиәте адресына ғәскәр часы командирынан яҡташтары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Мороз” позывнойлы яугирҙең хәрби батырлыҡтары тураһында хат килгән. Яугир 2022 йылдың мартынан контракт буйынса хеҙмәт итә, ул – мотоуҡсылар ротаһы командиры. 2025 йылдың март айында уның командованиеһындағы подразделение Донецк Халыҡ Республикаһы тораҡ пункттарының береһе ситендәге алғы позицияларҙа штурмлау буйынса хәрби бурысты үтәй. Штурм төркөмдәренең алға хәрәкәтләнеүе барышында разведка “Мороз”ға радиостанция буйынса дошмандың нығытылған терәк пункты булыуын хәбәр итә. Хәлде баһалағандан һуң, лейтенант дөрөҫ тактик ҡарар ҡабул итә: бар яҡтан да отошло һәм яҡланған рубеждарға күсә. Был уңайлы урындан дошмандың нығытмаларына артиллерия уты менән һөжүм итергә, аҙаҡ хәл иткес штурмға күтәрелергә мөмкин була. Разведка яһаусы пилотһыҙ осоу аппараттарынан күҙәтеп, командир радиостанция буйынса штурм төркөмдәренең маҡсаттарын һәм бурыстарын аныҡ итеп билдәләй. Дошман позицияларын к