Тәү ҡарамаҡҡа әллә ни зыянлы булып күренмәгән ҡайһы бер ғәҙәттәр ҙә яман шеш сиренә килтереүе ихтимал. Һүҙ алкоголь, тәмәке тартыу һәм башҡа алама ғәҙәттәр тураһында түгел. Белгестәр дүрт сәбәп асыҡлаған. Тәүгеһе – эҫе аҙыҡ һәм ҡайнар эсемлектәр яратыу. Эксперттар фекеренсә, температураһы 60 градустан юғарыраҡ булған ризыҡтар менән туҡланыу ашҡаҙан-эсәк юлы һәм ауыҙ ҡыуышлығы яман шеше менән сирләү хәүефен арттыра. Шулай уҡ ҡәһүәнең дә зыянлы булыуы бар икән. Ҡәһүә бөртөгөн ҡыҙҙырған саҡта барлыҡҡа килгән канцерогендар сәбәпсе быға. АҠШ ғалимдары фекеренсә, көнөнә ике һәм унан да күберәк сынаяҡ ҡәһүә эскәндәрҙә, тәмәке тартмаған осраҡта ла, үпкә яман шеше барлыҡҡа килеү ихтималлығы 41 процентҡа арта. Көн һайын ҡыҙыл ит һәм уның эшкәртелген продукттарын ашағандар ҙа хәүеф аҫтында. Иң зыянлыһы – натрий нитраты. Ул эшкәртелгән ит ризыҡтарында була һәм ашҡаҙан-эсәк юлы сиренә килтерә. Дүртенсе сәбәп – йоҡо туймау һәм төндәрен йоҡламау. Был мелатонин гормоны эшкәртеп сығарыуҙа ҡаршылыҡтар т