Сибайҙағы үҙәк ҡала дауаханаһынан “Һаҡмар” позывнойлы ашығыс медицина ярҙамы фельдшеры, Благовещен үҙәк район дауаханаһынан фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры “Эльф”, Күмертау ҡалаһындағы ҡала дауаханаһынан шәфҡәт туташтары “Гюрза” һәм “Фиби”, Өфө ҡалаһынан профком ойошмаһы рәйесе “Усла” – барыһы ла медицина хеҙмәткәре һәм герой. Уларҙың һәммәһе менән һөйләшһәң дә: “Беҙ унда кәрәкбеҙ”, - ти. Улар йәнә контрактҡа ҡул ҡуйыр ине. Улар үҙенә, еңеүгә ышана, ә өйҙә уларҙы яҡындары көтә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам