Һыу юлы, һыу юлы, һыу юлы,
Кемдәрҙе һынайһың был юлы?
Һыу юлында, килен, һынатма,
Көйәнтәләр - һынмаҫ ҡанаттар. (Зөһрә Үтәғолова)
🌊Мөлдөрәмә күнәктәргә тик бәхет тулып ҡалһын! Аҡморон ауылында тағы ла бер яңы йәш ғаилә барлыҡҡа килде. Йәминевтар ғаиләһе килен төшөрҙө.
"Рөхсәт кенә бирсе, ҡоҙоғом,
Алырға көмөштәй һыуыңды.
Йәш килен килгән бит оторға
Шатлыҡҡа мансылған йырыңды", - тип йырлап ҡаршы алдылар Йәминевтар ғаиләһенең ҡатын-ҡыҙҙары һәм йәш ғаиләгә изге теләктәр әйтеп киленгә һыу алыу йолаһын башҡарҙылар, таҡмаҡ әйтеп, киленде бейетеп тә алдылар. Килгән ҡунаҡтарға, ҡоҙа-ҡоҙасаларға шишмә һыуын ауыҙ иттереп, сәй эсерҙеләр.
Йәш ғаиләгә - Ислам һәм Әлиә Йәминевтарға мөхәббәтле, бәхетле, бәрәкәтле ғүмер юлы үтергә яҙһын, ҡорған ғаиләгеҙ ныҡ булһын!