Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфөгә Ираҡтан нефть белгестәре килде

Өфө дәүләт нефть техник унивреситетына эшлекле һәм белем алыу сәфәре менән Ираҡ нефть министрлығы белгестәре килде. Өфө кампусы нефть буйынса белемде тәрәнәйтеү өлкәһендә Ираҡ менән хеҙмәттәшлекте киңәйтә. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сәфәрҙе Ираҡтың Васит провинцияһындағы Бадра ятҡылығы операторы ойошторған. Төп маҡсат – нефть һәм газ тармағындағы алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу. Ираҡ белгестәре Рәсәй нефть һәм газ компанияларының ойоштороу структураһын, идара итеү һәм эш принциптарын өйрәнә. “Процестарҙың етештереүсәнлегенә һәм мәғлүмәттәргә идара итеү” программаһы буйынса уҡытыу делегация сәфәренең мөһим өлөшө булып тора. Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Булычева белдереүенсә, Ираҡ менән хеҙмәттәшлектең киләсәге һәйбәт. “Башҡортостан Ираҡтағы хеҙмәттәштәренә белем биреүҙе генә түгел, ә машиналар эшләү һәм инжиниринг продукцияһын да тәҡдим итә ала”, - тине министр. Фото: Өфө кампусы.