Редакцияға ҡупшы ғына кейенгән 65-70 йәштәрҙәге ҡатын килеп инде. Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған мәрхүм атаһы тураһында мәҡәлә алып килгән икән. “Атайымдың рухы шат булһын, мине онотмайҙар әле тип ҡыуанһын, тигән ниәттә уның тураһында иҫтәлектәремде яҙҙым”, – тине үҙен Рәсимә тип таныштырған был ханым. Апай бик һүҙсән булып сыҡты. Һүҙгә-һүҙ ялғанып, шул осорҙа мәрхүм булып ҡалған яратҡан артисыбыҙ Фидан Ғафаров тураһында һөйләп алып китте. – Эй, ҡыҙҙар, белһәгеҙ! Беҙ бит Фиданды йәш сағынан – уның яңы сәхнәгә аяҡ баҫҡан мәленән тигәндәй белдек һәм яраттыҡ. Ул сәхнәгә нисектер шунда уҡ балҡып килеп сыҡты. Тиҙ танылыу яуланы. Уны күрер өсөн генә бер үк спектаклгә ҡабат-ҡабат бара инек. Йәш саҡ – күңел иләҫ-миләҫ саҡ. Бер мәл артисҡа, йәғни Фиданға, башкөллө тигәндәй ғашиҡ булыуымды аңланым. Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөйөм. Кискеһен бер учреждениела иҙән йыуам. Спектакль булған көндә иртәрәк барып эш башлайым да сәғәт ете тулыуға ҡарай йүгерәм др