Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Журналистар өсөн конкурс старт алды

Һәр премияның күләме 300 мең һум тәшкил итә. Ҡатнашыу шарттарына үҙгәрештәр ҙә индерелгән. Быйыл киң мәғлүмәт сараларының ҡала һәм район баҫмаларына яңы, айырым категория барлыҡҡа килде. Тимәк, “районка”ларға еңеүгә шанс күтәрелгән. Барлығы биш номинация: “Дөрөҫлөк”, “Яуаплылыҡ”, Батырлыҡ”, “Йыл ҡылығы” , “Һиҙгер йөрәк” буласаҡ. “Дөрөҫлөк” номинацияһына бирелгән материалдарҙа йәмғиәттә һорауҙар тыуҙырған, социаль яҡтан әһәмиәтле өлкәләрҙәге яңылыҡтар тураһында һүҙ барырға тейеш. Автор факттар, деталдәр, килтерелгән мәғлүмәт сығанағын күрһәтергә тейеш. “Яуаплылыҡ” номинацияһына бирелгән материалдарҙа тәүге сиратта республика, ил, яңы быуын өсөн күтәрелгән социаль әһәмиәтле темалар сағыла. Авторҙың гражданлыҡ позицияһы ла булыуы мөһим. “Йыл ҡылығы” номинацияһы материалдарында бер йәки бер нисә герой башҡарған ниндәйҙер ҡылыҡтың, эштең мөһимлегенә иғтибар итергә кәрәк. “Һиҙгер йөрәк” номинацияһындағы материалдарҙа кешелек ҡиммәттәренең мөһимлеге, тәрәнлеге сағылыш табырға тейеш. Мохтажда

Һәр премияның күләме 300 мең һум тәшкил итә. Ҡатнашыу шарттарына үҙгәрештәр ҙә индерелгән. Быйыл киң мәғлүмәт сараларының ҡала һәм район баҫмаларына яңы, айырым категория барлыҡҡа килде. Тимәк, “районка”ларға еңеүгә шанс күтәрелгән. Барлығы биш номинация: “Дөрөҫлөк”, “Яуаплылыҡ”, Батырлыҡ”, “Йыл ҡылығы” , “Һиҙгер йөрәк” буласаҡ. “Дөрөҫлөк” номинацияһына бирелгән материалдарҙа йәмғиәттә һорауҙар тыуҙырған, социаль яҡтан әһәмиәтле өлкәләрҙәге яңылыҡтар тураһында һүҙ барырға тейеш. Автор факттар, деталдәр, килтерелгән мәғлүмәт сығанағын күрһәтергә тейеш. “Яуаплылыҡ” номинацияһына бирелгән материалдарҙа тәүге сиратта республика, ил, яңы быуын өсөн күтәрелгән социаль әһәмиәтле темалар сағыла. Авторҙың гражданлыҡ позицияһы ла булыуы мөһим. “Йыл ҡылығы” номинацияһы материалдарында бер йәки бер нисә герой башҡарған ниндәйҙер ҡылыҡтың, эштең мөһимлегенә иғтибар итергә кәрәк. “Һиҙгер йөрәк” номинацияһындағы материалдарҙа кешелек ҡиммәттәренең мөһимлеге, тәрәнлеге сағылыш табырға тейеш. Мохтаждар тураһында хәстәрлек күргән битараф булмаған кешеләр тураһында мәҡәләләр көтөлә. Һәр номинацияла дүртәр категория: “Республиканың баҫма мәғлүмәт саралары”, “Ҡала һәм райондың баҫма мәғлүмәт саралары”, “Теле- һәм радиожурналистика”, “Селтәр баҫмалары”. Конкурста ҡатнашырға штаттан тыш һәм штаттағы авторҙар, ижади хеҙмәткәрҙәр, киң мәғлүмәт сараларының төбәк редакциялары, нәшерселәр саҡырыла. Еңеү өсөн бер генә автор йәки коллектив та дәғүә итә. Жюри хөкөмөнә мәғлүмәт, аналитика, публицистик материалдар, теле- һәм радиотапшырыуҙар, аудио- һәм аудиовизуаль хәбәрҙәрҙе күрһәтергә мөмкин. 2024 йылдың 1 сентябренән 2025 йылдың 31 авгусына тиклем баҫылған материалдар ҡарала. Бер ғариза буйынса биш материалдан да күп түгел. Ҡатнашыу өсөн кандидаттарға Агентлыҡҡа ғариза бирергә кәрәк, ул конкурс үткәреү шарттарына ярашлы электрон формала булырға тейеш. Йәки яҙма рәүештә ҡабул ителә. Ниндәй документтар беркетелергә тейешлеге тураһында мәғлүмәт, ҡатнашыуҙың тулы шарттары Башҡортостандың Матбуғат агентлығы сайтында яҙылған: https://pressarb.bashkortostan.ru/documents/active/638240/ Фото: “Ватандаш” журналы сайтынан.