Найти в Дзене

Ғаиләһенән дә, уҡыусыларынан да уңған

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә физкультура уҡытыусылары һәм тренерҙар араһында барған “Улар сәләмәт тормош яҡлы” конкурсында ҡатнашҡан Наталья Геннадьевна Проценко – Ғафури районы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең шахмат буйынса тренер-уҡытыусыһы. Ул Красноусол ауылында тыуып үҫкән һәм ундағы 2-се урта мәктәпте, артабан Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. - Тормошта мин уңдым – яратҡан эшем бар. Уҡыусыларым да бына тигән. Улар менән бик ихлас эшләйем, төрлө ярыштарға йөрөйөм, - тип һөйләне Наталья Проценко. – Минең матур ғаиләм бар. Әсәйем Нина Ивановна Васильева һәр йәһәттән ярҙам итә. Яратҡан ирем Максим Юрьевич Проценко, ҡыҙҙарым Милена һәм Дарья – ныҡлы таянысым. Ирем һәр башланғысымда терәгем, ярыштарға барыу йәһәтенән булышлыҡ итә. Максим Юрьевич төҙөүсе булып эшләгән, Антарктидала “Көнсығыш” яңы станцияһы төҙөлөш экспедицияһында ҡатнашҡан. Өлкән ҡыҙҙары Милена 9-сы класты тамамлаған, өйҙә төп ярҙамсы. Дарья шахмат менән шөғөлләнә, юғары һөҙөмтәләргә өл

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә физкультура уҡытыусылары һәм тренерҙар араһында барған “Улар сәләмәт тормош яҡлы” конкурсында ҡатнашҡан Наталья Геннадьевна Проценко – Ғафури районы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең шахмат буйынса тренер-уҡытыусыһы. Ул Красноусол ауылында тыуып үҫкән һәм ундағы 2-се урта мәктәпте, артабан Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. - Тормошта мин уңдым – яратҡан эшем бар. Уҡыусыларым да бына тигән. Улар менән бик ихлас эшләйем, төрлө ярыштарға йөрөйөм, - тип һөйләне Наталья Проценко. – Минең матур ғаиләм бар. Әсәйем Нина Ивановна Васильева һәр йәһәттән ярҙам итә. Яратҡан ирем Максим Юрьевич Проценко, ҡыҙҙарым Милена һәм Дарья – ныҡлы таянысым. Ирем һәр башланғысымда терәгем, ярыштарға барыу йәһәтенән булышлыҡ итә. Максим Юрьевич төҙөүсе булып эшләгән, Антарктидала “Көнсығыш” яңы станцияһы төҙөлөш экспедицияһында ҡатнашҡан. Өлкән ҡыҙҙары Милена 9-сы класты тамамлаған, өйҙә төп ярҙамсы. Дарья шахмат менән шөғөлләнә, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү тураһында хыяллана. Наталья Геннадьевнаның балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә эшләүенә 20 йылдан ашыу ваҡыт үткән. - Эшемдә шуныһы яҡшы: балаларҙы һөнәри кимәлдә шахмат менән шөғөлләнеүгә йәлеп итә алыу мөмкинлеге бар. Мин уларҙы бик ныҡ яратам. Йыл һайын 100-ҙән ашыу ҡыҙ һәм малай күнекмәләргә килә, шәхсән үҙем әҙерләгән уҡыу программаһы буйынса шөғөлләнәбеҙ, - ти тренер. Наталья Геннадьевнаның уҡыусылары – Инна Ғизетдинова, Миләүшә Мәүлетова, Айрат Хәкимов, Наталья Брыкалова, Лиана Сәйфетдинова, Тимербулат Арыҫланов һәм башҡалар республика һәм Волга буйы федераль округы ярыштарында ҡатнашты. 2018 йылда Йәсминә Әбдрәшитова туғыҙ йәшкә тиклемгеләр араһында Башҡортостан чемпионы булып танылды, ә Даниил Никифоров майлайҙар араһында икенсе урынға лайыҡ булды. 2023 йылда спорт мәктәбенә шахмат буйынса халыҡ-ара гроссмейстер Сергей Карякин килгән һәм бер юлы 20 таҡтала балалар менән ярышҡан. Был да йәш быуын вәкилдәрен шахматҡа йәлеп итеүҙә матур алым. Былтыр Красноусолдағы 2-се урта мәктәп командаһы (Даниил Никифоров, Марат Ишмырҙин, Даниил Садиҡов, Эльвина Әбелғужина – Красноусол балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре) “Аҡ ладья-2024” республика ярыштарының һайлау этабын үтте һәм беренсе урын яуланы. Шулай итеп, команда Сочиҙа Бөтә Рәсәй “Шахмат яланы” шахмат ярыштарында Рәсәй ауылдарында һәм бәләкәй ҡалаларында урынлашҡан дөйөм белем биреү командалары араһында Башҡортостан исеменән сығыш яһау хоҡуғын яуланы. - Беҙ бер матчта ла еңелмәнек. Республикабыҙҙың бәләкәй ауылынан килгән балалар өсөн был шәп уңыш, тәжрибә булды: өсөнсө урын яуланыҡ. Һәм быйыл да был ярыштарҙа ошо уңышты ҡабатланыҡ, тағы капитан Даниил Никифоров Рәсәй үҫмерҙәре араһында беренсе таҡтала икенсе урын яуланы. Һәләтле, уңған балалар өсөн ныҡ шатмын, - ти Наталья Проценко. Тағы Красноусол балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы “Башҡортостан шахмат лигаһы”нда ҡатнаша. Улар – Тимур Мусин, Иҙел Иҙрисов, Даниил Никифоров, Марат Ишмырҙин, Аделия Ситдиҡова, Алтынай Вәлишина, Назар Әбсәләмов, Эльвина Әбелғужина, Дарья Проценко, Виктория Медведева. Быйыл спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре республиканың иң шәп шахмат мәктәптәре араһында бишенсе урынға сыҡҡан. - “Аҡ ладья”, “Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының щахмат буйынса спартакиадаһы” кеүек республика күләмендәге ярыштарҙы ойоштора һәм үткәрә алыуыбыҙға шатбыҙ. Бер нисә тапҡыр беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙ был ярыштарҙа призер булды. Шулай уҡ иң бәләкәй, туғыҙ йәшкә тиклемге балалар өсөн республика беренселеге ойошторола. Быйыл уҡыусыларыбыҙ Назар Аванесян һәм Аделина Ишмырҙина яҡщы күрһәткестәргә өлгәште, - ти тренер. Наталья Геннадьевна тәрбиәләнеүселәре менән Анапа, Яр Саллы, Ҡазан, Түбәнге Новгород ҡалаларына Бөтә Рәсәй ярыштарына бара һәм үҙ көсөн һынай. 2023 йылда Наталья Геннадьевна Проценко “Йыл уҡытыусыһы-2023” конкурсының Ғафури районы этабының “Өҫтәмә белем биреү педагогы” номинацияһында еңеүсе булды. Ул “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” билдәһе, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән, Спорт министрлыҡтарының грамоталары, спортсыларҙы әҙерләгәне һәм ҡаҙанған уңыштары, республика ярыштарын ойошторғаны өсөн республиканың Шахмат федерацияһының Рәхмәт хаттары менән наградланған. Наталья Геннадьевна һәм конкурста ҡатнашҡан башҡа физкультура уҡытыусылары һәм тренерҙар өсөн тауышты түбәндәге һылтанма буйынса бирергә мөмкин: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll688ba910e9620563fff0d604 Фотолар: Наталья Проценконың шәхси архивынан.