Найти в Дзене

"Бабай" ялға ҡайтҡан

Украинала махсус хәрби операция башланыу менән бихисап ир-егеттәр илебеҙ именлеге һағына баҫты. Улар иңдәренә йөкмәтелгән хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, Тыуған иле һәм яҡындары өсөн йәнен-тәнен аямай. "Бабай" позывнойлы яугир ҙә шундайҙарҙан. Ул Сибай ҡалаһынан. Күптән түгел ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы хәбәр итә. “Бабай" 2022 йылдың авгусынан алғы һыҙыҡта - ситтә ҡала алмағандарҙың береһе. Легендар Доставалов батальоны составында ирекмән булып китә. Ә хәҙер ул “Ватан” отрядында, 5-се гвардия үҙйөрөшлө гаубица артиллерия батареяһында хеҙмәт итә. "Бабай" - взвод командиры урынбаҫары һәм отряд командиры, боеприпастар, солярка, фронттағы егеттәребеҙгә аҙыҡ-түлек ташый. Был ҙур яуаплылыҡ һәм көндәлек хәүеф. Йөрәгем типкәнсе, олатайҙарым кеүек Тыуған илде һаҡлармын. Балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ неонацизмды, фашизмды кисермәһен, Рәсәй тыныс йәшәһен, ти яҡташым. Ҡыйыулығы һәм тоғролоғо өсөн "Бабай" юғары дәрәжәгә лайыҡ була: генерал М.Шайморатов ордены һәм

Украинала махсус хәрби операция башланыу менән бихисап ир-егеттәр илебеҙ именлеге һағына баҫты. Улар иңдәренә йөкмәтелгән хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, Тыуған иле һәм яҡындары өсөн йәнен-тәнен аямай. "Бабай" позывнойлы яугир ҙә шундайҙарҙан. Ул Сибай ҡалаһынан. Күптән түгел ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы хәбәр итә. “Бабай" 2022 йылдың авгусынан алғы һыҙыҡта - ситтә ҡала алмағандарҙың береһе. Легендар Доставалов батальоны составында ирекмән булып китә. Ә хәҙер ул “Ватан” отрядында, 5-се гвардия үҙйөрөшлө гаубица артиллерия батареяһында хеҙмәт итә. "Бабай" - взвод командиры урынбаҫары һәм отряд командиры, боеприпастар, солярка, фронттағы егеттәребеҙгә аҙыҡ-түлек ташый. Был ҙур яуаплылыҡ һәм көндәлек хәүеф. Йөрәгем типкәнсе, олатайҙарым кеүек Тыуған илде һаҡлармын. Балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ неонацизмды, фашизмды кисермәһен, Рәсәй тыныс йәшәһен, ти яҡташым. Ҡыйыулығы һәм тоғролоғо өсөн "Бабай" юғары дәрәжәгә лайыҡ була: генерал М.Шайморатов ордены һәм миҙалы, шулай уҡ 2-се дәрәжә "Хәрби батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнә. Бөтә егеттәребеҙҙең өйҙәренә иҫән -һау ҡайтыуҙарын көтәбеҙ - Еңеү менән!”- тип яҙған ул. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. 2025 йылдың 5 июненән контрактниктарға бер тапҡыр бирелеүсе 1,4 миллион һум (бер миллион һумы– республиканан, 400 мең һумы– федераль бюджеттан) ҡаралған. Әгәр контракт Өфөлә төҙөлһә, дөйөм сумма (муниципаль түләүҙәр менән бергә) 1,7 миллион һум тәшкил итәсәк. Фото: Сергей Озерцовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән