Башҡортостанда «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты (национальный проект «Инфраструктура для жизни») ярашлы Саҡмағош районының Ҡарғалы ауылы эргәһенән үткән Бүздәк – Саҡмағош – Дүртөйлө юлының 1,5 саҡрымы ремонтланды, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Подрядсы ойошма иҫке япманы фрезерлауҙы, тигеҙләү эштәрен башҡара, асфальт-бетон япманы яңырта, юл ситтәрен нығыта һәм билдәләр ҡуя. – Бүздәк – Саҡмағош – Дүртөйлө юлы Благовар, Бүздәк, Саҡмағош, Дүртөйлө райондарында йәшәүселәргә транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Бынан тыш, был юлдан М-5 “Урал” һәм Р-240 “Өфө – Ырымбур” федераль трассаларына, М-12 “Көнсығыш” юлына барып етергә мөмкин. Көн һайын был участка аша 3600 самаһы автомобиль йөрөй, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Быйыл Бүздәк – Саҡмағош – Дүртөйлө юлының 19 километр оҙонлоҡтағы һигеҙ участкаһын ремонтлау күҙаллана. Эштәрҙе 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планға алынған.
Бүздәк – Саҡмағош – Дүртөйлө юлының 1,5 саҡрымы ремонтланды
4 августа 20254 авг 2025
1
~1 мин