2025 йылдың 1 ғинуарынан 3 авгусына тиклем донъяға килгән сабыйҙарҙың иң һирәк һәм популяр исемдәре аталды.
Сервис мәғлүмәттәре буйынса, яңы тыуған сабыйҙарҙың иң һирәк ҡатын-ҡыҙ исемдәре Алика, Яминә, Олуфта, Әҡлимә һәм Элай була. Малайҙарҙы Һирәгерәк Зиевиддин, Абдрахман, Кемран, Егорий һәм Магар тип атайҙар.
Иң популяр ҡатын-ҡыҙ исемдәре-Әминә (233), Амелия (230), София һәм Ева (219-ар), Эмилия (214). Малайҙарҙа - Әмир (311), Эмир (229), Тимур (210), Марк (201) һәм Мирон (197).