“Улар сәләмәт тормош яҡлы” конкурсында ҡатнашҡан, Өфө районының Шамонин ауылында йәшәгән Булат Ғәлийән улы Ильясов бала саҡтан спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Ул ваҡытта саңғы, волейбол, баскетбол, теннис, көрәш кеүек спорт төрҙәре ныҡ үҫешкән була. Сығышы менән Булат Ильясов - Ауырғазы районының Мораҙым ауылынан. Булат Ильясовтың беренсе тренеры, Зөлфәт Йәүҙәт улы Рамазанов спортҡа һөйөү уята. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия университетының физкультура факультетына уҡырға инә, тамамлағас, Түрһәгәҙе ауылында уҡыта, әрмелә лә хеҙмәт итә. Әрменән һуң оҙаҡ йылдар нефть сәнәғәтендә эшлэй. Бында ла Булат Ғәлийән улы спорттың төрлө төрҙәре буйынса ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Бер көндө яҙмыш тормшон үҙгәртә - уйламағанда Булатты Башҡорт дәүләт медицина университетына илтә. Был уҡыу йортонда ла уның спорт тормошо ҡайнай, үҙе лә, студенттары ла төрлө ярыштарҙа үҙем ҡатнаша. Кафедра мөдире Руслан Әнүәр улы Ғәйнуллин студенттар, уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре араһында с