Кирилл Ильин «Һыбайлылар» муралы (стеналағы картина) менән «ФормАрт» Волга буйы федераль округының урам сәнғәте фестивалендә Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Был ижад емеше Ағиҙел ҡалаһының иң күренекле урындарының береһендә – Студенттар урамындағы 14-се йорт стенаһында барлыҡҡа килде. Хәҙер был урамда һәр кем ошо матур сәнғәт әҫәрен күрә ала. Бөтә ижади процесты фестиваль сайтында онлайн ҡарап буласаҡ: formartpfo.ru. Тиҙҙән халыҡ тауыш биреүе башлана, шуға күрә ижади эш тураһында – «Һыбайлылар»ҙы булдырыу процесы, Кириллдың илһам сығанаҡтары хаҡында ентеклерәк һөйләү айырыуса мөһим. Иғтибар итегеҙ: муралдың һәр элементы артында тарих йәшеренгән. Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ: иң яҡшы мурал өсөн тауыш биреү тиҙҙән башлана. Рәссамыбыҙға бергәләп ярҙам итәйек!