Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Фирүзә мәктәпкә әҙер!

Быйыл баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшәсәк? Балаларығыҙҙы яңы уҡыу йылына әҙерләнегеҙме әле? 1 сентябргә тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Был күңелле лә, мәшәҡәтле лә осор әсәйҙәрҙең нервыһын, ә атайҙарҙың кеҫәһен ныҡлыҡҡа һанай. Ата-әсәгә ярҙамға ҙур сауҙа үҙәктәрендә йола буйынса август башынан мәктәп йәрминкәләре эшләй башланы. Тик хәбәр ителеүенсә, яндарында кешеләр күп түгел, сөнки күптәр хәҙер әйберҙәрҙе маркетплейстарҙан ала башлаған. Ысынлап та шулаймы? Быйыл хаҡтар ни хаҡ икән? Барыһын да үҙ күҙҙәребеҙ менән күрер өсөн фотохәбәрсе менән “Үҙәк” сауҙа үҙәгендә ойошторолған мәктәп йәрминкәһенә юлландыҡ. Арта шул... “Чек Индекс” аналитика үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл Рәсәй буйынса мәктәп йыйылмаһының уртаса хаҡы ете процентҡа ҡыйбатланған һәм 16218 мең һум тәшкил итә. Бында канцелярия тауарҙары, рюкзак, мәктәп формаһы, көндәлек, пенал һәм дәфтәрҙәр инә. Иң күбе мәктәп формаһы хаҡы артҡан – уртаса комплект ата-әсәләргә 3,1 мең һумға төшә. Икенсе урында – пенал һәм

Быйыл баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшәсәк? Балаларығыҙҙы яңы уҡыу йылына әҙерләнегеҙме әле? 1 сентябргә тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Был күңелле лә, мәшәҡәтле лә осор әсәйҙәрҙең нервыһын, ә атайҙарҙың кеҫәһен ныҡлыҡҡа һанай. Ата-әсәгә ярҙамға ҙур сауҙа үҙәктәрендә йола буйынса август башынан мәктәп йәрминкәләре эшләй башланы. Тик хәбәр ителеүенсә, яндарында кешеләр күп түгел, сөнки күптәр хәҙер әйберҙәрҙе маркетплейстарҙан ала башлаған. Ысынлап та шулаймы? Быйыл хаҡтар ни хаҡ икән? Барыһын да үҙ күҙҙәребеҙ менән күрер өсөн фотохәбәрсе менән “Үҙәк” сауҙа үҙәгендә ойошторолған мәктәп йәрминкәһенә юлландыҡ. Арта шул... “Чек Индекс” аналитика үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл Рәсәй буйынса мәктәп йыйылмаһының уртаса хаҡы ете процентҡа ҡыйбатланған һәм 16218 мең һум тәшкил итә. Бында канцелярия тауарҙары, рюкзак, мәктәп формаһы, көндәлек, пенал һәм дәфтәрҙәр инә. Иң күбе мәктәп формаһы хаҡы артҡан – уртаса комплект ата-әсәләргә 3,1 мең һумға төшә. Икенсе урында – пенал һәм канцелярия тауарҙары (+21 процент). Тәү ҡарашҡа, хаҡтар ярайһы уҡ күренә, әммә сифаты нисек икән һуң? Мәктәп йәрминкәләре Өфөлә йыл һайын ҙур сауҙа үҙәктәрендә ойошторола. Быйыл да августың тәүге көндәренән эшләй башланы улар. Һәм сентябрҙең тәүге көндәренә тиклем дауам итәсәк. Магазинға йөрөүе туҡтатырбыҙмы? Аҙна уртаһында төш мәлендә барҙыҡ беҙ. Шунда уҡ быйыл йәрминкәлә кешеләрҙең әҙерәк булыуы күҙгә ташланды. Быны һатыусылар ҙа раҫлай. – Беҙ бишенсе йыл рәттән баҙарҙа мәктәп йәрминкәһендә эшләйбеҙ. Ысынлап та йылдың-йылы кешеләрҙең әҙәйеүе һиҙелә. Быйыл да шулай. Әле уҡыу йылы башланғансы тағы ике аҙна бар, августың һуңғы ике көнө ялдарға тура килә, шул көндәрҙә күпләп килерҙәр тигән өмөт бар, – ти һатыусы Әлфиә. – Тауарҙарға килгәндә, беҙҙә барыһы ла сифатлы. Бөтә нәмәне кейҙереп, һайлап, табышып бирәбеҙ. Уның һүҙенә Ирина исемле һатыусы ҡушыла. – Быйыл ысынлап та кешеләр күҙгә күренеп кәмене. Хаҡтар әллә ни артты тип әйтеп булмай. Былтырғы кимәлде тоторға тырышабыҙ. Бында йәрминкәлә сифатлы әйберҙәр, башлыса Төркиә, Рәсәй, Ҡырғыҙстанда тегелгән. Ә кешеләр маркетплейстарҙан Ҡытайҙа эшләнгән сифатһыҙ әйбер ала. Хаҡына алданалар тип уйлайым, – ти ул. Күп кенә ата-әсәләр, өлкән кластарҙа уҡыған балалар, ысынлап та, маркетплейстарға иғтибар бирә. Айырыуса рюкзак, канцелярия тауарҙарын алалар. – Элек телде арҡыры һалып магазиндар, баҙарҙар буйлап саба инек. Йә тегенеһе онотола, йә быныһы тороп ҡала. Тағы китәһең, тағы сығымдар. Быйыл ҡыҙым үҫте, етенсе класҡа бара. Йәй буйы маркетплейстарҙа “кәрзин”дәрҙе тултырҙы. 10 меңлек әйбер йыйған, хатта рюкзакты шунда һайланы. Формабыҙ берҙәм, уны махсус магазиндан барып алабыҙ, ә аяҡ кейемен кейҙереп алырға тура килер. Башҡа нәмә –тулыһынса маркетплейстан. Был беҙҙең өсөн бик уңайлы, – тине Алһыу исемле әсәй. Өс балаһы ла мәктәптә уҡыған Алина исемле әсәй ҙә үҙенең аҡса экономиялау юлы менән уртаҡлашты. – Беҙ гимназияла уҡыйбыҙ. Мәктәп формаһы ла, спорт формаһы ла берҙәм. Махсус әйтелгән урындан барып алыр кәрәк. Әлбиттә, унда ҡиммәт. Спорт костюмы ғына 3,5 мең һум тора. Өс балаға 10 меңдән ашыу. Шуға мин маркетплейстарға инәм дә, шуға оҡшаған әйберҙәр эҙләйем. Һөҙөмтәлә триколарын 700 һумға ғына таптым. Шәп бит! Мәктәп формаһы ла берҙәм – зәңгәр шаҡмаҡ. Яҡшылап эҙләһәң, уныһын да оҡшатып табырға була. Шулай уҡ күпкә арзаныраҡ сыға. Аяҡ кейемен шулай уҡ заказ итеп алабыҙ, барып кейеп ҡарайбыҙ ҙа, оҡшамаһа алмайбыҙ һәм икенсегә заказ бирәбеҙ, – ти ул. Баҙар аналитиктары белдереүенсә, офлайн-магазиндарҙа һатыуҙар кәмей. Ә интернет-заказдар киреһенсә арта. 2024 йылда онлайн-заказдар һаны 41 процентҡа артҡан. Хатта аяҡ кейемдәрен һәм форманы ла кешеләр интернет аша ала башланы. Канцелярия тауарҙары менән дә хәл шундай уҡ. “Үҙәк” баҙарында мәктәп йәрминкәһе янында урынлашҡан канцелярия тауарҙары магазины директоры Альбина хәлдәрен һөйләне. – Беҙҙең тармаҡта кешеләр әллә ҡасан маркетплейстарға күсеп бөтөп бара. Һатыуҙар күҙгә күренеп кәмей. Даими рәүештә төрлө акциялар яһайбыҙ, ташламалар булып тора. Ә шулай ҙа былтыр 1 сентябрь ял көнөнә тура килгәйне, кешеләр шул көндө ныҡ күп итеп килде һәм айлыҡ планды бер көндә эшләнек тә ҡуйҙыҡ. Шуға быйыл да августың һуңғы көндәренә өмөтләнәбеҙ, килерҙәр, алырҙар тип көтәбеҙ, – тине ул. Хаҡтар тешләшәме? Интернет-һатыуҙар нисек кенә тормошобоҙға баҫып инмәһен, барыбер магазинға барып, һәр туҡыманы тотоп, кейеп ҡарап алырға яратҡандар ҙа күп. Иң беренсе булып йәрминкәлә быйыл беренсе класҡа барған Алмазды осраттыҡ. Ул әсәһе менән мәктәп формаһы һайлай ине. Мәктәпкә тәүге тапҡыр барғас, улар был эшкә бик яуаплы ҡараған һәм иң яҡшыларын эҙләй ине. – Әле кейеп торған костюмы 7,5 мең һум. Бәлки арзаныраҡ та алып булалыр, тик мин һәйбәтен эҙләйем. Улыма уңайлы булһын, тирләмәһен, өшөмәһен. Дөйөм алғанда Алмазды мәктәпкә әҙерләү 50 меңдән ашып китер тип уйлайым. Мин был хаҡҡа бөтә кейем-һалым, канцелярия тауарҙары һәм аяҡ кейемдәрен дә индерәм. Туфли, кроссовки, ботинки – бөтәһе лә кәрәк бит, – ти Алмаздың әсәһе. Ә хаҡтар быйыл ысынлап та артҡан. Ҡыҙҙар өсөн күлдәктәр хаҡы уртаса – 3,5 мең һум: 2,5 меңдән башлана һәм 5000 меңгә тиклем. Юбка – 1600-ҙан 2200 һумға тиклем, мәктәптә салбар кейергә рөхсәт ителһә – улары 2500 һум самаһы. Блузкаларҙың иң ябайын 1000 һумға табып булһа, матур зауыҡлылары 1700-2500 һум. Улар кәмендә икәү кәрәк. Алъяпҡыстар ҙа икәү кәрәк буласаҡ: байрам өсөн ағы, һәм көндәлек кейеүгә ҡара төҫтәгеһе. Уртаса хаҡы – 1400 һум. Колготки – 400 һум самаһы, банттар – 350 һум. Аяҡ кейеме – 2000-3000 һум. Малайҙарҙың костюмы тағы ла ҡиммәтерәк – 7-8мең һумғаса осраттыҡ. Әлбиттә, уртаса хаҡ 3,5-ҙән 5 мең һумға тиклем. Рубашкалар ҙа кәмендә 1200 һумдан башланһа, сифатына ҡарап арта. Иң ябай галстук 500 һумдан, ҡайыш – 600 һумдан башлана. Әлбиттә, күнен, сифатлыһын ҡараһаң иҫәп меңдәргә күсә. Форма түгел, ә айырымлап йыйһағыҙ, уртаса хаҡтар түбәндә: пиджактар – 3000 һум, салбар – 2000, жилеткалар – 1500 һумдан башлана. Джемперҙар – 1900 һум. Малайҙар өсөн классик туфлиҙарҙың хаҡы 2000 һумдан башлана. Тик малайҙар өсөн генә кейем-һалым һатылған бутикта бер егетте кейендереү уртаса нисә һуңға төшә тигәс, һатыусылар яҡынса 14000 һум тип иҫәпләне. Бында аяҡ кейеме һәм канцелярия тауарҙары инмәй. Әйткәндәй, баланың үлсәме ҙурыраҡ булған һайын кейемдең хаҡы ла ҡиммәтерәк. Физкультура өсөн кейем алыу ҙа кеҫәгә һуғасаҡ. Туҡыма кеды йәки кроссовкиларҙың уртаса хаҡы 1500-3000 һум самаһы. Спорт костюмы – 2000-4000 мең һум. Ябай аҡ футболкалар 600 һум самаһы, ҡайһы бер мәктәптәр талап иткән ҡыҙыл шорты 500 һум торасаҡ. Һатыусылар әйберҙең хаҡына түгел, ә сифатына ҡарарға һәм ике йылға етерлек итеп алырға кәңәш итә. – Эҙләһәң, арзан форма табырға була, әлбиттә. Тик арзан әйберҙең сифаты ла шул кимәл инде. Бер нисә айҙа форманың тышҡы ҡиәфәте юғала, “ялтырай” башлай, ултыра йәки һуҙыла. Шуға беҙ бер алғанда ҡиммәтлерәк, әммә сифатлыны алырға тәҡдим итәбеҙ. Бала көндөң күп өлөшөн мәктәптә үткәрә, шуға күрә тәбиғи туҡымалар һайлағыҙ – мамыҡ, йөн, кәмендә вискоза, – ти Ирина исемле һатыусы. Был өлкәләге белгестәр әйтеүенсә, иң сифатлы формалар Рәсәй һәм Беларусь етештереүселәрендә. Уларҙан һуң Ҡырғыҙстан, Төркиә килә. Ә бына Ҡытай әйберҙәре менән һаҡ булығыҙ: араһында һәйбәте лә осрауы бар, әлбиттә, тик башлыса сифатһыҙ буласаҡ. Һәр нәмәнең үҙ хаҡы Шулай итеп иң ҡиммәте баланы кейендереү. Ләкин бының менән генә эш бөтмәйәле. Тағы ла бер мөһим һәм кәрәкле әйбер – мәктәп рюкзагы. Уныһының хаҡтары 2000 һумдан башлана, тик улар сифатһыҙ. Төп талап – ҡаты ортопедик арҡаһы һәм киң лямкаһы булырға тейеш. Шулай уҡ хәүефһеҙлек өсөн яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар булырға тейеш. Эсенең ҙурлығына ла иғтибар итегеҙ, сөнки китаптар ҙа, дәфтәр ҙә күп, пенал, һыу – барыһы ла һыйырға тейеш. Ошо талаптарға тура килгән рюкзактар 4000 һумдан башлана һәм 6-7 мең һумғаса барып етә. Әгәр сифатлыһын алһағыҙ, ул кәмендә өс-дүрт йыл хеҙмәт итәсәк. Шуныһы – әле күп ерҙә ташламалар бар. Арзаныраҡ хаҡҡа алып ҡалырға була. Тик магазиндар буйлап йөрөп хаҡтарын сағыштырырға кәрәк. Канцелярия тауарҙарына килгәндә, уларҙы махсуслашҡан магазиндарҙан да, маркетплейстарҙан да алырға мөмкин. Ваҡытығыҙ булһа – яйлап йөрөп сағыштырырға була, әлбиттә, тик әллә ни ҙур хаҡ айырмаһы булмаясаҡ. Көндәлектең иң ябайы 149 һумдан, ҡаты тышлыһы 200 һумдан башлана һәм теләгең булһа, 700 һумлығын да алырға була. Дәфтәрҙәр күләменә һәм тышлығына ҡарап 10 һумдан алып 50 һумғаса. Төҫлө ҡағыҙ һәм төҫлө картон, пластилин, акварель буяуҙар, альбомдар, ручкалар, ҡәләмдәр, линейка, юйма һәм елем – яҡынса 1000 һум тирәһе. Әгәр махсус гуаштар, бумалалар, ҡағыҙҙар, папкалар кәрәк булһа – тағы 1 мең һум өҫтәргә кәрәгәсәк. Һығымта ниндәй? Ҡыҙ баланы мәктәпкә әҙерләү уртаса 27000 һум, малайҙы – 25000 һумға барып баҫасаҡ. Иҫкәртәбеҙ, хаҡтар уртаса, сифатлы әйберҙәр тураһында бара. Тәжрибәле ата-әсә кейем-һалымды йыл әйләнәһенә ташламаларҙы ҡарап ала башлай. Шулай уҡ маркетплейстарҙы даими ҡарап барһаң, ташламалы әйбер табырға була. Эльвира, Өфө ҡалаһы: – Улым һәм ҡыҙым мәктәпте әллә ҡасан тамамлап, эшләп йөрөй. Төпсөк ҡыҙыбыҙ быйыл икенсе класҡа бара. Былтыр уны мәктәпкә әҙерләүгә бик күп аҡса түккәйнек, быйыл еңелерәк. Ул бәләкәй генә булып йөрөнө лә, йәйен ҡапыл үҫте. Ҡайһы бер кейемдәренән үҫте, ҡайһы берҙәре быйылға ла етәсәк. Шуға күрә быйыл дөйөм алғанда 20 мең һум самаһы китәсәк. Дөрөҫөн генә әйткәндә, тәүге балаларҙы үҫтереү еңелерәк ине. Ул саҡта әйберҙәр арзаныраҡ булды. Тик ҡыҙымды башҡалар алдында кәм-хур итмәйбеҙ, барыбер иң һәйбәтен алабыҙ. Дилә, Өфө ҡалаһы: – Балалар үҫте. Ҡыҙым 10-ға, малай 8-гә бара. Элекке кеүек форма эҙләп, әйбер алып йөрөмәйбеҙ. Үҙҙәре таба, ала, заказ яһай. Аҡсаһын ғына бирәбеҙ. Улар өлкәнәйгән һайын тормош еңелләшә. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.