Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) “Агросәнәғәт комплексынла кадрҙар” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 30 миллион һум дәүләт ярҙамы алды. Был хаҡта республиканың ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Проект шарттары ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә производство практикаһын үткән ваҡытта эшкә ҡабул ителгән аграр вуз студенттарының хеҙмәт хаҡына бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялауҙы күҙ уңында тота. Быйыл йыл башынан 354 студент-практикантҡа 31 предприятие субсидия алған. – Башҡортостан республикаһының агросәнәғәт комплексында баҫыу эштәре осоронда киң һөнәр эйәләренә һәм белгестәргә миҙгелле һорау ике мең кешегә тиклем арта. Бында, әлбиттә, йыл һайын ялан миҙгелендә ярҙамға килгән студенттар отрядтарының ролен баһалап бөткөһөҙ. Эш биреүселәрҙе "Агросәнәғәт комплексында кадрҙар" төбәк проекты сиктәр