Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Аҡса экономиялау юлын файҙаланғандар

Былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандағы ИТ-компаниялар һалым ташламаларын файҙаланыу һөҙөмтәһендә 153 миллион һумды экономияланы. 2024 йылда барлығы 106 компания һалым ташламаһынан файҙаланды. ИТ-секторға ярҙам итеү – “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформациялауы” милли проектының (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) төп маҡсаттарының береһе. Был хаҡта республиканың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр иттеләр. “Былтыр һалым ташламалары күләме, унан элгәре йыл менән сағыштырғанда, 20 процентҡа артты. Бынан тыш, бирелгән ташламалар һөҙөмтәләре буйынса ИТ-компаниялар тарафынан бюджетҡа түләнгән өҫтәмә хаҡҡа һалым буйынса килгән аҡса күләме 52 процентҡа артты, - тип белдерҙе республиканың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. 2023 йыл менән сағыштырғанда, һалым ташламаһынан файҙаланған ИТ-компанияларҙан ябайлаштырылған һалым түләү системаһы буйынса килгән аҡса күләме артҡан. Сығанаҡ: БР

Былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандағы ИТ-компаниялар һалым ташламаларын файҙаланыу һөҙөмтәһендә 153 миллион һумды экономияланы. 2024 йылда барлығы 106 компания һалым ташламаһынан файҙаланды. ИТ-секторға ярҙам итеү – “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформациялауы” милли проектының (национальный проект “Экономика данных и цифровая трансформация государства”) төп маҡсаттарының береһе. Был хаҡта республиканың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр иттеләр. “Былтыр һалым ташламалары күләме, унан элгәре йыл менән сағыштырғанда, 20 процентҡа артты. Бынан тыш, бирелгән ташламалар һөҙөмтәләре буйынса ИТ-компаниялар тарафынан бюджетҡа түләнгән өҫтәмә хаҡҡа һалым буйынса килгән аҡса күләме 52 процентҡа артты, - тип белдерҙе республиканың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. 2023 йыл менән сағыштырғанда, һалым ташламаһынан файҙаланған ИТ-компанияларҙан ябайлаштырылған һалым түләү системаһы буйынса килгән аҡса күләме артҡан. Сығанаҡ: БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.