“Еләк татлы булһа ла, хеҙмәте әсе уның. Мәшәҡәте етерлек. Плантацияларҙа уңыш йыйылған, быйылғаэш тамамланған төҫлө тойолһала, киләһе йылға йәй аҙағында уҡ әҙерләнә башлайһың”, – тип ҡаршы алды беҙҙе эшҡыуар Дмитрий Анатольевич Слепнев. Ямғыр һибәләп тороуына ҡарамаҫтан, бер нисә ҡатын-ҡыҙ торф һалынған кассеталарға еләк үҫентеләрен ултырта. Тамырҙары ныҡ булһа, улар, йәһәт көс алып, яҡшы үҫеп китәсәк, киләһе уңышҡа бөгөн нигеҙ һалына, ти еләк үҫтереүселәр. Дмитрий Анатольевичтың әйтеүенсә, баҡса еләге үҫентеләрен кассеталарҙа үҫтереү баҡсасылар араһында киң танылыу алған. Был осраҡта һәр үҫенте шәхси ояһында үҫешә, һөҙөмтәлә йәш еләк үҫентеләре тиҙерәк ерегеп китә, тамыр системаһы нығыраҡ була “Был ысул һәр үҫентегә яҡшы шарттар тыуҙыра, ерегеү 98 процент тәшкил итә. Тәүге йылда уҡ һәйбәт уңыш алыуығыҙ мөмкин”, – ти баҡсасы. Эшҡыуар беҙгә автоматлаштырылған һуғарыу системаһының нисек эшләүен күрһәтте. Заманса технологиялар үҫенте сифатын һиҙелерлек яҡшыртырға мөмкинлек тыуҙырған. Т