Рәсәйҙә Telegram һәм WhatsApp-ҡа шылтыратыуҙар өлөшләтә сикләнде*
Роскомнадзор ошо мессенджерҙарҙа шылтыратыуҙарға сикләүҙәр индереү тураһында хәбәр итә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәренә ярашлы, Telegram һәм WhatsApp алдашыу, аҡса талап итеү, шулай уҡ граждандарҙы диверсия һәм террористик эшмәкәрлеккә йәлеп итеү өсөн әүҙем ҡулланыла.
Роскомнадзорҙа билдәләүҙәренсә, саралар шылтыратыуҙарға ғына ҡағыла.
* Рәсәй Федерацияһында тыйылған һәм экстремистик тип танылған Meta компанияһына ҡарай.