2025 йылда Краснокама районының Ҡуян ауылында яңы заманса йәмәғәт киңлеге — “Ғаилә паркы” барлыҡҡа киләсәк. Уны “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен будырыу” федераль программаһы буйынса төҙөкләндерәләр, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән. Күпселек эштәр тамамланған да инде. Паркта ябыҡ сәхнә яңыртылған, яңы эскәмйәләр ҡуйылған, яҡтыртыу үткәрелгән, йәйәү йөрөү юлдары асфальтланған. Урын ҙур, шуға күрә бында сығыш яһаусыларға ла, тамашасыларға ла уңайлы булырға тейеш. Ҡуян халҡы ауыл кешеләре өсөн үҙенсәлекле йәлеп итеү үҙәге булырлыҡ территорияны төҙөкләндереүҙе күптән һорай. Район хакимиәте был башланғысты хуплай, һәм 2024 йылда проектты “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса тауыш биреүгә индерәләр. – "Ғаилә паркы" өлкән быуындың, йәштәрҙең, балаларҙың һәм урта йәштәге кешеләрҙең мәҙәниәт, ял итеү үҙәктәренең береһе буласаҡ. Эштәр тамамланыуға яҡынлаша, тиҙҙән паркты асасаҡбыҙ, — тип билдәлә
Краснокама районының Ҡуян ауылында "Ғаилә паркы" барлыҡҡа киләсәк
14 августа 202514 авг 2025
1
~1 мин