Биш йыл эсендә “Толпар” балалар күсмә стоматология комплексы республиканың 49 районында һәм һигеҙ ҡалаһында булды. Һөҙөмтәлә 9838 баланы дауалағандар. Шулай уҡ 3026 һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, тағы Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһынан 1774 балаға стоматология ярҙамы күрһәтелгән. Башҡортостанда күсмә балалар стоматологияһы республика Башлығы ҡушыуы буйынса 2020 йылдан эшләй. Тап ошо ваҡыттан алып Өфөләге 3-сө балалар стоматология поликлиникаһының “Толпар” балалар күсмә стоматология комплексы республика райондарына, ҡалаларына, балаларға ярҙам социаль ойошмаларына, алыҫ ятҡан биләмәләргә йөрөй башланы. Был халыҡтың медицина ярҙамынан ҡәнәғәт ҡалыуына, унан файҙалана алыуына, белгестең ҡабул итеү ваҡытын ҡыҫҡартырға булышлыҡ итә. Стоматология комплексы ярҙамында “Толпар” социаль проекты тормошҡа ашырыла. Поликлиника белгестәре тарафынан сифатлы консультациялар үткәреү һәм стоматология сирҙәрен иҫкәртеү буйынса һаулыҡ