Беҙҙең халыҡта аҙыҡты бер нисә көнгә етерлек итеп, күберәк әҙерләргә күнегелгән. Тик бына ҡайһы бер ризыҡты шул уҡ көндө ашарға кәрәк икәнлеген беләһегеҙме? Икенсе көндө улар һаулыҡ өсөн зыянға әйләнә. Бына улар: Йәшелсә салаты. Ғалимдар әйтеүенсә, киҫелгән һәм таҙартиылған йәшелсәне 4 градустан юғарыраҡ температурала 12 сәғәттән ашыу һаҡларға ярамай. Тимәк һыуытҡыс та ярҙам итмәйәсәк. Шулай булғас, йәшелсәне йә бер ашарлыҡ итеп әҙерләргә, йә туңдырырға кәрәк. Организмға зыянды оҙаҡ һаҡланғанда барлыҡҡа килгән нитраттар килтерә. Ашағас, улар кислород етмәүгә килтерә, ашҡаҙан-эсәк тракты менән проблемалар тыуҙыра һәм хатта яман шеш булдырыу хәүефенә лә килтерә. Дөгө. Бөйөк Британияның аҙыҡ-түлек стандарттары буйынса агентлығы билдәләүенсә, сей дөгө ярмаһында кешеләр өсөн хәүефле бик күп бактерияларҙың споралары бар. Дөгө бешергәндә бактерияларҙың күпселеге һәләк була. Ләкин, миҫал өсөн, тупраҡтан дөгө ярмаһына ингән ҡайһы бер төр бактериялар тере ҡала. Бер нисә көнгә ҡалдырылған дөгө яр