Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

7 миллион кеше Берҙәм биометрик системала теркәлгән

Системала үҙаллы теркәлгән ҡулланыусылар һаны былтыр июлдә 1,8 миллион тәшкил иткән. Күрһәткес дүрт тапҡырға яҡын күтәрелгән. Системала көн һайын 40 мең кеше теркәлә, ә уртаса тәүлектә уны ҡулланыусылар былтырғы июль менән сағыштырғанда биш тапҡырға артҡан. Биометрияһын теркәмәгәндәрҙе хеҙмәттәргә юлды ябыу һәм башҡа теләһә ниндәй дискриминация ҡануниәт нигеҙендә тыйыла. Биометрияны теркәү ҙә граждандың ризалығы менән генә мөмкин. Илебеҙҙә биометрия сервисы меәнән 100 млн тапҡыр файҙаланғандар. Берҙәм биометрик система - дәүләт мәғлүмәт платформаһы, уның базаһында төрлө хеҙмәттәр күрһәтелә. Улар араһында: һатып алғанда контактһыҙ түләү, транспортта йөрөү, бизнесты дистанцияла асыу, Күп функциялы үҙәктә хеҙмәтләндереү, паспортһыҙ ҡунаҡханаға урынлашыу. Системаның һәр ҡулланыусыһы үҙ мәғлүмәттәре менән үҙе идара итә. Дәүләт хеҙмәттәре порталында биометрияның ғәмәлдә булыу ваҡытын тикшерергә йәки уны эшкәртеүгә ризалыҡты кире алырға мөмкин. Биометрик өлгөләр башҡа шәхси мәғлүмәттәрҙән айырым, шифр менән һаҡлана һәм бер ҡасан да системанан ситкә таралмай. Биометрик сервистар вице-премьер – Рәсәй Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Дмитрий Григоренко етәкселегендә үҫешә. Фото - Центр биометрических технологий.