Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Иҫке Кәстәйгә - яңы ФАП

Баҡалы районының Иҫке Кәстәй ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы булдырылған “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярҙамында тормошҡа ашырылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Яңы ФАП заман талаптары һәм стандарттарына яуап бирә, унда халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, персоналға уңайлы эш өсөн тейешле шарттар булдырылған. Фельдшер кабинеты, пациенттарҙы ҡарау, процедуралар эшләү, сират көтөү, санузел, медикаменттарҙы, йыйыштырыу инвентарҙарын һаҡлау, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләр бар. ФАП Иҫке Кәстәйҙә йәшәгән 316 кешене, шул иҫәптән 78 баланы хеҙмәтләндерәсәк, фельдшерлыҡ эшен Татьяна Буравова алып барасаҡ. – Был ваҡиға урындағы халыҡ өсөн үтә мөһим. Хәҙер медицина ярҙамы алыу еңелерәк тә, уңайлыраҡ та буласаҡ, – ти Баҡалы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин. “Һанлы ФАП” проекты нигеҙендә хәҙер ха

Баҡалы районының Иҫке Кәстәй ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы булдырылған “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярҙамында тормошҡа ашырылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Яңы ФАП заман талаптары һәм стандарттарына яуап бирә, унда халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, персоналға уңайлы эш өсөн тейешле шарттар булдырылған. Фельдшер кабинеты, пациенттарҙы ҡарау, процедуралар эшләү, сират көтөү, санузел, медикаменттарҙы, йыйыштырыу инвентарҙарын һаҡлау, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләр бар. ФАП Иҫке Кәстәйҙә йәшәгән 316 кешене, шул иҫәптән 78 баланы хеҙмәтләндерәсәк, фельдшерлыҡ эшен Татьяна Буравова алып барасаҡ. – Был ваҡиға урындағы халыҡ өсөн үтә мөһим. Хәҙер медицина ярҙамы алыу еңелерәк тә, уңайлыраҡ та буласаҡ, – ти Баҡалы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин. “Һанлы ФАП” проекты нигеҙендә хәҙер халыҡҡа һанлы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге асылды. Фото: health.bashkortostan.ru