Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Халыҡ-ара гепатит менән көрәш көнө айҡанлы, 28 июлдән 3 авгусҡа тиклем Бауыр сирҙәрен иҫкәртеү аҙнаһы иғлан итте. Республика йоғошло ауырыуҙар клиникаһының көндөҙгө стационар мөдире, табип-инфекционист Татьяна Майорова гепатиттың мәкерле яҡтары хаҡында һөйләне. Йоғошло сирҙе нисек танырға, уны дауалау мөмкинме, яҡындарыбыҙҙы был сирҙән нисек ҡурсаларға? Гепатит – ул бауыр туҡымаһындағы елһенеү, шешеү. Сәбәптәре төрлө: гепатит вирустары; организмдың сиргә реакцияһы, шулай уҡ ҡайһы бер йоғошло һәм йоғошло булмаған сирҙәр билдәһе булараҡ; токсик матдәләр (дарыуҙар, алкоголь һәм уның суррогаттары, химик матдәләр тәьҫире); һимергәндә бауырҙа матдәләр алмашыныуы боҙолоуы. Гепатит ни өсөн хәүефле? Вируслы гепатиттың хроник формаларында вирус күҙәнәктәрҙе зарарлай, аҙаҡ улар тоташтырыусы туҡыма менән алмаштырыла башлай. Һөҙөмтәлә ағзаның структураһы үҙгәрә, фиброз, цирроз үҫешә, хатта яман шеш башланыуы ихтимал. Бауыр үҙенең функцияларын тейешенсә үтәй һәм токсиндарҙы сығара алмай башлай. Хроник гепатит оҙаҡ ваҡыт үҙен бер нисек тә һиҙҙертмәй, уға ғына хас булған сағыу билдәләр юҡ, шуға күрә йыш ҡына өҙлөгөүҙәр башланғас ҡына диагноз ҡуялар. Диагноз нисек ҡуйыла? Ҡағиҙә булараҡ, вируслы гепатитты тәү тапҡыр диагнозлау өсөн ҡанда HBsAg антигены булыу-булмауы тикшерелә. Антигендың асыҡланыуы кешенең В гепатиты менән сирләүен раҫлай. С гепатиты вирусына (Anti- HCV) антиесемдәр һеҙҙең организмығыҙҙың ҡасандыр вирус менән осрашҡанын күрһәтә. Әммә был ғына анализдар тулы диагноз ҡуйыу өсөн етмәй. Мотлаҡ рәүештә табип-инфекционистҡа, йә булмаһа, терапевтҡа, мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул һеҙгә өҫтәмә анализдар, тейешле тикшеренеүҙәр тәғәйенләр, һөҙөмтәлә теүәл диагноз ҡуйылыр. Ни өсөн диагноз ҡуйыу өсөн бер генә анализ биреү етмәй? Үрҙә әйтелгән анализдар бары организмдың вирусҡа ҡарата реакцияһын ғына күрһәтә. Ә вирустың әүҙемлеген һәм организмға ниндәй зыян килтерергә өлгөрөүен күрһәтмәй. Вирустың тап оҙайлы ваҡыт дауамында даими әүҙемлеге хәүеф тыуҙыра, организм уның менән көрәшмәй. Ошо хәл хроник вируслы гепатит тип атала ла инде. Шуның менән бергә анализдарҙың ялған һөҙөмтә күрһәтеүе лә мөмкин. Ҡайһы саҡта анализ биреү ҡағиҙәһен боҙғанда (мәҫәлән, тесты ас ҡорһаҡҡа үтмәгәндә) һәм иммунитетҡа йоғонто яһаған башҡа ауыр сирҙәр менән ауырығанда тикшереүҙең ялған һөҙөмтә биреүе ихтимал. Тест-системаларҙың сифатһыҙ булыуы ла хатаға килтерә. Шуға күрә өҫтәмә тикшеренеүҙәр кәрәк тә инде. Организм үҙ аллы вирустан ҡотола аламы? С гепатитына юлыҡҡан өлкәндәрҙең өстән бер өлөшө сирҙән үҙ аллы һауыға. В гепатитынан үҙ аллы һауығыусы өлкәндәр өлөшө – 90 процент, балаларҙың 50-70 процент тәшкил итә. Әгәр сир хроник формаға күсә икән, үҙ аллы һауығыу мөмкин түгел, мотлаҡ дауаланырға кәрәк буласаҡ. Диагнозды асыҡлау өсөн ниндәй анализдар тапшырырға кәрәк? Барыһынан да элек ҡанда вирустың барлығын асыҡлау мөһим. Бының өсөн ПЦР анализы бирелә. Шулай уҡ С гепатитын асыҡлағанда дауалау тактикаһын билдәләү өсөн вирустың генотибына анализ тәғәйенләнә. Бауыр торошо фиброскан, ультратауыш, кәрәк саҡта компьютер томографияһы, ФГДС (фиброгастродуоденоскоп) ярҙамында тикшерелә. Шулай уҡ лаборатор-инструменталь тикшерееүҙәр ҡулланылыуы мөмкин. В һәм С вируслы гепатиттарын дауалап буламы? Хроник вируслы гепатит – етди, оҙайлы ауырыу, әммә уны дауалап була. Уның сир билдәләре һәм хәүефле эҙемтәләре күренгәнгә тиклем 15-20 йыл үтеүе мөмкин. “Гепатит һары ауырыуымы”, тип йыш һорайҙар. Тән тиреһе һәм күҙҙәрҙең ағы һарғая, бәүелдең асыҡ һары төҫө ҡуйы сәй төҫөнә инеп үҙгәрә. Был ҡанда билирубин кимәле күтәрелеүенән килә , йыш ҡына бауыр туҡымаһында елһенеү көсәйеүенән, шул иҫәптән, киҫкен һәм хроник вируслы гепатит йоғонтоһонан. Гепатит һәм һары ауырыуы – икеһе ике төрлө төшөнсә. Гепатитты ҡуҙғытыусыларға ундан ашыу вирус инә. Шуларҙың бишеһе – А, В, С, D, E йыш осрай. Уларҙың барыһы ла бауыр күҙәнәктәрен зарарлай, тик төрлө вирустар ҡуҙғытыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән был гепатиттар сир билдәләре, ағышы, таралыуы һәм йоғошлолоғо буйынса айырыла. Киҫкен гепатит хроник гепатиттан нисек айырыла? Киҫкен гепатиттың хроник формаға күсеүе мөмкин. Был хәл кеше сәләмәтлеге өсөн хәүефле. Киҫкен гепатит ваҡытында организм әүҙем рәүештә инфекция менән көрәшә, уны организмдан тулыһынса сығарып ташлау өсөн бөтә көсөн һала. Ҡағиҙә булараҡ, сир йоҡторғандан һуң алты айҙан да артыҡ дауам итмәй. Хроник гепатит – бауырҙың даими рәүештә шешенеүе, елһенеүе тигән һүҙ. Киҫкен осорҙа организм вирусты еңә алмағанда, ул хроник төҫ ала. Вирустар кимәле юғары, иммунитеттың инфекция менән көрәшергә көсө етмәй. Ниндәй билдәләре бар? Хроник гепатиттың үҙенсәлекле билдәләре юҡ. Йылдар буйы ауырып йөрөп тә, был хаҡта белмәҫкә мөмкин. Ҡан анализдарында ғына ниндәйҙер норманан тайпылыштар булыуы ихтимал. Вирустарҙың мәкерлелеге тап шунда ла инде. Һөҙөмтәлә бауыр ғына түгел, башҡа ағзалар һәм системалар ҙа зарарланыуы ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше бер юлы В һәм С гепатиттарын йоҡтороуы мөмкин. Был саҡта сир бик ауыр бара, дауалау ҡатмарлаша. В һәм С гепатиттары нисек йоға? Вирустар сирле кешенең ҡанында һәм биологик шыйыҡлыҡтарында йәшәй. Улар сәләмәт кешенең ҡан ағымына эләгеп, сирҙе йоҡтора. Организмға ни тиклем күберәк инфекция инһә, шунса уны йоҡтороу хәүефе ҙур. Тикшерелмәгән ҡанды һәм уның продукттарын ҡойғанда, йәрәхәтләнгән тире менән бәйле манипуляциялар үткәргәндә , насар эшкәртелгән ҡорамалдар менән эш иткәндә йоҡтороу хәүефе ҙур. Стоматологик манипуляциялар, салондарҙа маникюр яһау, татуаж, колоноскопия, енси бәйләнештәр, файҙаланылған шприцтарҙы ҡулланыу – барыһы ла йоғошло сирҙе таратыуҙа сәбәпсе булыуы ихтимал. Гепатит ҡул биреп күрешкәндә, ҡосаҡлашҡанда, үбешкәндә, һауыт-һаба аша, аш-һыу әҙерләгәндә, йорт хайуандары, бөжәктәр тешләгәндә йоҡмай. Үҙеңдең гепатит менән сирләгәнеңде туғандарыңа, ғаиләңә белдереү урынлы. Һәр кемдең үҙ гигиена әйберҙәре булыуы мотлаҡ – ҡырынғыс, маникюр ҡайсыһы, теш щеткаһы һәм башҡалар. В гепатитынан прививка яһатыу һеҙҙе сирҙе йоҡтороу бәләһенән һаҡлар. “Ауырыу кеше ғаиләһе өсөн аш-һыу әҙерләй аламы? Әгәр яңғылыш шул саҡта бармағын ҡырҡһа?”, тип һорау биреүселәр ҙә бар. Әлбиттә, аш-һыу әҙерләргә мөмкин. Хатта бысаҡ менән ҡулын йәрәхәтләп, ҡан тамсыһы аҙыҡҡа эләккәндә лә аҙыҡ эшкәртеү системаһы ферменттары вирусты юҡ итәсәк.Дөйөм һауыт-һабанан файҙаланыу ҙа хәүефле түгел. Хроник вируслы гепатит ауырға ҡалыу, бала табыу өсөн ҡаршылыҡ була алмай. Әммә табип менән бөтә хәүефтәр тураһында фекер алышырға, кәңәшләшергә кәрәк. Ата әсәгә “хроник вируслы гепатит” диагнозы ҡуйылыуы баланың сирле тыуасағы тураһында һөйләмәй. Хәүефте кәметеү өсөн сирле әсәләрҙән тыуған сабыйҙарға тәүге 24 сәғәт эсендә прививка яһайҙар. Ғаилә ағзаларына гепатитҡа тикшереү үтеү, санитария-гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим. Хәҙерге заман препараттары хроник вируслы С гепатитына дусар ауырыуҙы тулыһынса һауыҡтырыуға һәләтле. Вирус тулыһынса организмдан сығарыла, әммә антиесемдәр ғүмерлеккә ҡаласаҡ. Ә В гепатиты вирусын тулыһынса организмдан сығарыу мөмкин түгел. Шулай ҙа дөрөҫ һәм ваҡытында дауалау уның емергес көсөн ныҡ кәметә. Вирус ҡанда ҡалһа ла, ул хәүеф тыуҙырмай. Ҡағиҙә булараҡ, хроник вируслы гепатит ауырыуҙың йәшәү рәүешенә һиҙелерлек йоғонто яһамай, ғәҙәттәгесә йәшәргә, спорт менән шөғөлләнергә мөмкин. Бары майлы һәм әсе тоҙло-боросло аш-һыу, дарыуҙар, алкоголь менән артыҡ мауыҡмаҫҡа, тура ҡояш нурҙары аҫтында ҡыҙынмаҫҡа кәрәк. С гепатитына иммунитет формалашмай, шуға күрә һауыҡҡандан һуң да яңынан сирҙе йоҡтороуың мөмкин. Үкенескә ҡаршы, вируслы гепатиттарҙан йөҙ процентҡа һаҡланыу мөмкин түгел, шулай ҙа ҡайһы бер ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү хәүефте кәметәсәк. Маникюр, педикюр, тату, пирсинг кеүек шөғөлдәрҙе шик тыуҙырған салондарҙа яһатмағыҙ; стерилләнмәгән медицина, маникюр һәм башҡа инструменттарҙан файҙаланмағыҙ; гепатиттарға тикшереү үтегеҙ; А һәм В гепатиттарына прививка яһатығыҙ. С гепатитына вакцина юҡ. Прививка яһатҡандарҙың 90-95 процентында иммунитет ғүмер буйына һаҡлана. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Халыҡ-ара гепатит менән көрәш көнө айҡанлы, 28 июлдән 3 авгусҡа тиклем Бауыр сирҙәрен иҫкәртеү аҙнаһы иғлан итте. Республика йоғошло ауырыуҙар клиникаһының көндөҙгө стационар мөдире, табип-инфекционист Татьяна Майорова гепатиттың мәкерле яҡтары хаҡында һөйләне. Йоғошло сирҙе нисек танырға, уны дауалау мөмкинме, яҡындарыбыҙҙы был сирҙән нисек ҡурсаларға? Гепатит – ул бауыр туҡымаһындағы елһенеү, шешеү. Сәбәптәре төрлө: гепатит вирустары; организмдың сиргә реакцияһы, шулай уҡ ҡайһы бер йоғошло һәм йоғошло булмаған сирҙәр билдәһе булараҡ; токсик матдәләр (дарыуҙар, алкоголь һәм уның суррогаттары, химик матдәләр тәьҫире); һимергәндә бауырҙа матдәләр алмашыныуы боҙолоуы. Гепатит ни өсөн хәүефле? Вируслы гепатиттың хроник формаларында вирус күҙәнәктәрҙе зарарлай, аҙаҡ улар тоташтырыусы туҡыма менән алмаштырыла башлай. Һөҙөмтәлә ағзаның структураһы үҙгәрә, фиброз, цирроз үҫешә, хатта яман шеш башланыуы ихтимал. Бауыр үҙенең функцияларын тейешенсә үтәй һәм токс