31 июлдә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында Берҙәм тауыш биреү көнөндә үҙ-ара эш итеү тураһындағы күп яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ республикала һаулауҙы үткәргәндә тауыш биреү барышын, унда ҡатнашҡандарҙың тауышын һанауҙы күҙәтеүҙе тәьмин итеү һәм һайлау йомғаҡтарын билдәләү өсөн Йәмәғәт палатаһының, сәйәси партияларҙың һәм йәмәғәт ойошмаларының хеҙмәттәшлеген нығыта. “Был килешеү бөтәбеҙҙең тырышлығын берләштереүҙе, электораль киңлектә үҙ-ара эш итеүҙең асыҡ һәм аңлайышлы ҡағиҙәләрен билдәләүҙе, һайлауҙың законлылығын һәм граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарының үтәлешен тәьмин итеү өсөн партияларҙың беҙгә ярҙам итергә әҙер булыуын аңлата”, - тине Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов. “Һайлауҙың легитим һәм асыҡтан-асыҡ үтеүе, халыҡтың был сараға ышаныс менән ҡарауы бик мөһим, тигән фекерҙәбеҙ. Әлеге килешеү һәм тауыш биреүгә йәмәғәт контроле ҙур әһәмиәткә эйә, ул сараны аңлайышлы һәм асыҡ итәсәк” – тип белдерҙе “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитет