Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Кеше балаһын ҡотҡарам тип...

Ошо көндәрҙә Яңауыл районының Татар Ураҙы ауылында ҙур фажиғә була. 43 йәшлек Әлфинә исемле ҡатын Буй йылғаһында ҡырағай пляжға һыу инергә килә. Шул саҡта ул 11 йәшлек баланың батыуын һәм ярҙамға саҡырыуын ишетеп ҡала һәм уйлап та тормай уны ҡотҡарыр өсөн һыуға ташлана. Эйе, ул балаға ярҙам итә, ләкин үҙе һыу төбөнә китә. Уның өлкән йәштәге әсәһе һәм үҫмер ҡыҙы етем ҡала. Был хәл тураһында ентекләберәк “КП-Өфө” баҫмаһы һөйләне. Был көндө һыу буйында кеше күп була. Пляжда һыу инеү тыйылһа ла, кешеләр быға иғтибар итмәй. Ә урындағы халыҡ әйтеүенсә, ҡаршы ярҙа ағым көслө һәм хәүефле. Шул уҡ ваҡытта был урындан ике километр алыҫлыҡта рәсми пляж бар һәм унда гел ҡотҡарыусылар була. Һыу инеп йөрөгән балаларҙың береһе йылғаны аша йөҙөп сығырға була. Ләкин бата башлай. Ҡурҡышынан малай ҡысҡырып, ярҙамға саҡырып өлгөрә. Уны ҡотҡарырға тип шунда уҡ әсәһе һәм Әлфинә ташлана. – Ул урында ағым ныҡ көслө. Малайҙың хәле бөткән, ул илай башлаған ине. Әсәһенең саҡ-саҡ йөҙөп килгәнен күргәс, ул әсәһен ҡ

Ошо көндәрҙә Яңауыл районының Татар Ураҙы ауылында ҙур фажиғә була. 43 йәшлек Әлфинә исемле ҡатын Буй йылғаһында ҡырағай пляжға һыу инергә килә. Шул саҡта ул 11 йәшлек баланың батыуын һәм ярҙамға саҡырыуын ишетеп ҡала һәм уйлап та тормай уны ҡотҡарыр өсөн һыуға ташлана. Эйе, ул балаға ярҙам итә, ләкин үҙе һыу төбөнә китә. Уның өлкән йәштәге әсәһе һәм үҫмер ҡыҙы етем ҡала. Был хәл тураһында ентекләберәк “КП-Өфө” баҫмаһы һөйләне. Был көндө һыу буйында кеше күп була. Пляжда һыу инеү тыйылһа ла, кешеләр быға иғтибар итмәй. Ә урындағы халыҡ әйтеүенсә, ҡаршы ярҙа ағым көслө һәм хәүефле. Шул уҡ ваҡытта был урындан ике километр алыҫлыҡта рәсми пляж бар һәм унда гел ҡотҡарыусылар була. Һыу инеп йөрөгән балаларҙың береһе йылғаны аша йөҙөп сығырға була. Ләкин бата башлай. Ҡурҡышынан малай ҡысҡырып, ярҙамға саҡырып өлгөрә. Уны ҡотҡарырға тип шунда уҡ әсәһе һәм Әлфинә ташлана. – Ул урында ағым ныҡ көслө. Малайҙың хәле бөткән, ул илай башлаған ине. Әсәһенең саҡ-саҡ йөҙөп килгәнен күргәс, ул әсәһен ҡотҡарығыҙ тип ҡысҡыра башлай. Һөҙөмтәлә минең ирем тағы бер ир менән һыуға буксировка тросы ташланы һәм әсәһен һөйрәп сығарҙы, – тип хәтерләй был хәлде күреп торған Ленария исемле ҡатын. Малай иһә ағымды еңә һәм ярҙың икенсе яғына сыға ала. Ә бына Әлфинә ҡотола алмай, ағым тиҙ генә уның хәлен ала һәм ул тонсоға. – Бер мәлдә уның хәле бөттө һәм ағым буйлап аҫҡа ағып китте. Һуңғараҡ ҡотҡарыусылар уның кәүҙәһен табып сығарҙы, – ти шаһит ҡатын. Ауылдаштары баланы ҡотҡарырға тырышҡан ҡыйыу ҡатын менән ғорурлана. Уның өлкән йәштәге әсәһе һәм быйыл етенсе класҡа барған ҡыҙы ҡалған. – Ауыр тупрағың еңел булһын. Ҡотҡарылған бала ғүмере өсөн рәхмәт. Йәл, үҙеңдекен һаҡлай алманың. Беҙ һине ныҡ һағынасаҡбыҙ, – тип яҙалар социаль селтәрҙә яҡындары. Беҙ ҙә уның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: "КП-Өфө".