- "Без границ" өлгөлө театр студияһы - “Театраль Волга буйы” округ фестиваленең төбәк этабы еңеүселәре - етәксеһе Анастасия Караханян Өфөнөң билдәле режиссеры, талантлы остаз һәм сәхнә оҫтаһы, "Алтын битлек" театр премияһы номинанты Ләйсән Сәфәрғолова менән осрашыу үткәрҙе. Йылы һәм һөҙөмтәле әңгәмә барышында студияның яңы постановкаһының төп идеялары тикшерелде. "Беҙ камиллыҡҡа ынтылабыҙ, шуға күрә тәжрибәһе һәм художестволы ҡарашы тәрән ихтирам уятҡан кешеләр фекерен һорашабыҙ. Көслө булыр өсөн көслөләрҙән өйрәнергә кәрәк - шуға ышанабыҙ. Ә кемделер илһамландырыу өсөн - тәүҙә үҙең илһамланырға тейеш", - тип уртаҡлашты Анастасия Караханян. Осрашыуҙа режиссерлыҡ табыштары, актер уйынының нюанстары тураһында фекер алыштылар. Текст и фото: пресс-служба фестиваля "Театральное Поволжье".