Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Июль сумаҙанын төйнәй

Июль сумаҙанын төйнәй, Үҙе илай... Ҡыйындыр ул китеү. Китеүҙәр... Кемдәрҙелер китеүҙәрең менән Мәхрүм итеү, үкһеҙ итеүҙәр... Сумаҙанға тәңкләп һала, Ҡабат ала Аҡ сәскәле йәшел күлдәген. Мин китһәм ни, август Елберләтеп Кейер әле тиҙер, күрәһең. Июль сумаҙанын төйнәй. Үҙе илай... Күңелендә бар бер көҙөгө. Аһ, ҡайһылай ҙа ауыр Һуңға ҡалған Үкенестең үҙәк өҙөүе... Илаһаң да инде, илатһаң да Китер мәлең етте Хушлашып... Ҡыуанышып күрешергә яҙһын Берәй ваҡыт йәнә осрашып. Гөлзифа Исрафилова .

Июль сумаҙанын төйнәй,

Үҙе илай...

Ҡыйындыр ул китеү. Китеүҙәр...

Кемдәрҙелер китеүҙәрең менән

Мәхрүм итеү, үкһеҙ итеүҙәр...

Сумаҙанға тәңкләп һала,

Ҡабат ала

Аҡ сәскәле йәшел күлдәген.

Мин китһәм ни, август

Елберләтеп

Кейер әле тиҙер, күрәһең.

Июль сумаҙанын төйнәй.

Үҙе илай...

Күңелендә бар бер көҙөгө.

Аһ, ҡайһылай ҙа ауыр

Һуңға ҡалған

Үкенестең үҙәк өҙөүе...

Илаһаң да инде, илатһаң да

Китер мәлең етте

Хушлашып...

Ҡыуанышып күрешергә яҙһын

Берәй ваҡыт йәнә осрашып.

Гөлзифа Исрафилова .