Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Краснокама дауаханаһы яңы ҡорамаллы булған

Краснокама үҙәк район дауаханаһына яңы ҡорамал – түшәмгә эленә торған хирургия яҡтыртҡысы алынған. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы булдырылған “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярҙамында тормошҡа ашырылды, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Хирургик яҡтыртҡыс операциялар һәм диагностика тикшеренеүҙәре ваҡытында операция урынын яҡтыртыу өсөн хеҙмәт итә. Уның яҡтыртыу сифаты юғары, нурланыш алыу ҡурҡынысы юҡ. Бынан тыш, яҡтылыҡ блоктары еңел хәрәкәт итә һәм вертикаль күсәрҙәр тирәләй сикләүһеҙ әйләнә, шулай уҡ яҡшы итеп кәрәкле тәртиптә нығытыла. - Милли проектты тормошҡа ашырыу беҙгә матди-техник базаны яңыртырға, медицина ярҙамы күрһәтеүҙе сифатлыраҡ итергә һәм пациенттарыбыҙ өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирә, – ти Краснокама үҙәк район дауаханаһының баш табибы Фәһит Бәҙертдинов. Башҡортостанда медицина хеҙмәте көндән-көн уңайлыраҡ һәм замансараҡ була бара. Һаулыҡ һ

Краснокама үҙәк район дауаханаһына яңы ҡорамал – түшәмгә эленә торған хирургия яҡтыртҡысы алынған. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы булдырылған “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярҙамында тормошҡа ашырылды, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Хирургик яҡтыртҡыс операциялар һәм диагностика тикшеренеүҙәре ваҡытында операция урынын яҡтыртыу өсөн хеҙмәт итә. Уның яҡтыртыу сифаты юғары, нурланыш алыу ҡурҡынысы юҡ. Бынан тыш, яҡтылыҡ блоктары еңел хәрәкәт итә һәм вертикаль күсәрҙәр тирәләй сикләүһеҙ әйләнә, шулай уҡ яҡшы итеп кәрәкле тәртиптә нығытыла. - Милли проектты тормошҡа ашырыу беҙгә матди-техник базаны яңыртырға, медицина ярҙамы күрһәтеүҙе сифатлыраҡ итергә һәм пациенттарыбыҙ өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирә, – ти Краснокама үҙәк район дауаханаһының баш табибы Фәһит Бәҙертдинов. Башҡортостанда медицина хеҙмәте көндән-көн уңайлыраҡ һәм замансараҡ була бара. Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын үҫтереү иң тәүҙә ғүмерҙе оҙайтыуға һәм республика халҡының медицина ярҙамы менән ҡәнәғәт булыуына йүнәлтелгән. Фото: gtrkrb.ru