Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Балалар поликлиникаһына – яңы автомобиль

Өфөләге 4-се балалар поликлиникаһы автопаркы, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, "Лада Нива Травел" маркалы автомобиль менән тулыланды. Ул биш урынға иҫәпләнгән. Алдынғы техник үҙенсәлектәре ҡатмарлы юл шарттарында, айырыуса ҡыш көнө ҙур уңайлылыҡ тыуҙырасаҡ. Автомобилдә һауа һәм машина торошон күҙәтеүсе борт компьютеры бар. Пассажирҙарҙың уңайлылығы, хәүефһеҙлеге өсөн автомобиль кондиционер, ЭРА-Глонасс системаһы, хәүефһеҙлек мендәре һәм башҡа техник ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ултырғыс япмаларының яһалма күндән эшләнеүе еңелсә санитар эшкәртеү үткәрергә мөмкинлек бирә. "Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрә

Өфөләге 4-се балалар поликлиникаһы автопаркы, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, "Лада Нива Травел" маркалы автомобиль менән тулыланды. Ул биш урынға иҫәпләнгән. Алдынғы техник үҙенсәлектәре ҡатмарлы юл шарттарында, айырыуса ҡыш көнө ҙур уңайлылыҡ тыуҙырасаҡ. Автомобилдә һауа һәм машина торошон күҙәтеүсе борт компьютеры бар. Пассажирҙарҙың уңайлылығы, хәүефһеҙлеге өсөн автомобиль кондиционер, ЭРА-Глонасс системаһы, хәүефһеҙлек мендәре һәм башҡа техник ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ултырғыс япмаларының яһалма күндән эшләнеүе еңелсә санитар эшкәртеү үткәрергә мөмкинлек бирә. "Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фото: “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы.