Максим Лабееев ауыл хужалығы ерҙәренә ашламаларҙы, пестицидтарҙы һәм биопрепараттарҙы еңел генә һиптереп сығыу өсөн пилотһыҙ осоусы система уйлап тапҡан. Ул – егеттең диплом эше лә, стартап та. Өфөләге вуз-ара кампустың Өфө нефть техник университеты технология эшҡыуарлыҡ үҙәге юғары уҡыу йорто сығарылыш уҡыусыһын ярҙамдан өҙмәгән. Шуныһы, кампус "Йәштәр һәм балалар" милли проекты нигеҙендә төҙөлгән. Әйтеүҙәренсә, өр-яңы система баҫыуҙы автоматик рәүештә эшкәртә, химикатты әҙ ҡуллана, ағыуҙың тирә-яҡҡа күп сәселеүенә юл ҡуймай. – Республикабыҙҙа агродронды файҙаланыу киләсәктә артасаҡ, – тип һөйләй Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республикабыҙҙың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Аграрийҙар производствола пилотһыҙ осоусы аппараттың бөтә өҫтөнлөктәрен дә яҡшы аңлай, айырыуса баҫыуҙы эшкәрткәндә ул асыҡ күренә. Тейешле урынға ғына һиптереү, тиҙ арала эшкәртеү, сығымдарҙы әҙ түгеү һәм башҡалар - шуға асыҡ миҫал. Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, ямғырҙан һуң һәр