Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Һыбайлылар” – данлы тарих көҙгөһө

Ағиҙел ҡалаһында урам сәнғәте объекты – “Һыбайлылар” муралы (ул – бина стенаһына төшөрөлгән ҙур һүрәт) төшөрөлөп бөттө. Муралдың үҙәгендә – Шайморатов генерал етәкселек иткән легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре. Һыбайлылар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халҡыбыҙҙың батырлығы, илһөйәрлек һәм берҙәмлек символы, ҡаһармандарыбыҙҙың яҡты иҫтәлеге кәүҙәләнеше булып, ҡала урамын биҙәп тора. Проектттың авторы – йәш рәссам Кирилл Ильин. Был эше менән ул граффити буйынса “ФормАРТ” Волга буйы федераль округы фестивалендә ҡатнаша. Ул республикала үткәрелгән конкурста еңеү яулап, округ этабына сыҡты. “ФормАРТ” алтынсы йыл рәттән федераль округтың талантлы рәссамдарын берләштерә. Быйыл уның темаһы Ватанды һаҡлаусылар йылына арнала. ПФО-ның 14 төбәге вәкиле булған йәш рәссамдар оҫталыҡтарын иҫбатлау өсөн ярышҡа ҡушылды. Улар араһында – Һүрәттә төшөрөүгә ике аҙна ваҡыт киткән. Был йәш талант өсөн етди һынау булған – Кирилл эшен 10-сы ҡат бейеклегендә башҡарған. Ҡатмарлы бурысты атҡары

Ағиҙел ҡалаһында урам сәнғәте объекты – “Һыбайлылар” муралы (ул – бина стенаһына төшөрөлгән ҙур һүрәт) төшөрөлөп бөттө. Муралдың үҙәгендә – Шайморатов генерал етәкселек иткән легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре. Һыбайлылар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халҡыбыҙҙың батырлығы, илһөйәрлек һәм берҙәмлек символы, ҡаһармандарыбыҙҙың яҡты иҫтәлеге кәүҙәләнеше булып, ҡала урамын биҙәп тора. Проектттың авторы – йәш рәссам Кирилл Ильин. Был эше менән ул граффити буйынса “ФормАРТ” Волга буйы федераль округы фестивалендә ҡатнаша. Ул республикала үткәрелгән конкурста еңеү яулап, округ этабына сыҡты. “ФормАРТ” алтынсы йыл рәттән федераль округтың талантлы рәссамдарын берләштерә. Быйыл уның темаһы Ватанды һаҡлаусылар йылына арнала. ПФО-ның 14 төбәге вәкиле булған йәш рәссамдар оҫталыҡтарын иҫбатлау өсөн ярышҡа ҡушылды. Улар араһында – Һүрәттә төшөрөүгә ике аҙна ваҡыт киткән. Был йәш талант өсөн етди һынау булған – Кирилл эшен 10-сы ҡат бейеклегендә башҡарған. Ҡатмарлы бурысты атҡарып, егет республикабыҙҙың данлы тарихындағы мөһим өлөштө картинала кәүҙәләндереүгә өлгәшкән. Августа “ФормАРТ”та еңеүгә ынтылыусылар өсөн онлайн тауыш биреү үткәрелә. тәүге өс урында алған рәссамдар Киров ҡалаһында тантаналы шарттарҙа бүләкләнә. Фото: фестивалдең республика этабы кураторы – Республика халыҡ ижады үҙәгенән.