* Мишкә районы хакимиәте башлығы итеп Лариса Александрова һайланды. Совет депутаттары бер тауыштан уның кандидатураһын хупланы. Лариса Геннадиевна ошо районда тыуып үҫкән, быға тиклем урындағы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләгән. Радий Хәбиров әйтеүенсә, район етәкселәре араһында ҡатын-ҡыҙ арта һәм улар бик яҡшы эшләй. * Республика Башлығы район етәкселеге менән өҫтөнлөклө мәсьәләләр буйынса фекер алышты: ерҙәрҙе ауыл хужалығы әйләнешенә индереү, эшҡыуарҙарға ярҙам итеү, юлдарҙы, һыу, газ менән тәьмин итеү системаларын яңыртыу. 429 бала уҡыған полилингваль мәктәпте төҙөп бөтөрөүҙең мөһимлеге билдәләнде. Планда – башланғыс кластар өсөн 250 балаға иҫәпләнгән төкәтмә төҙөү. * Радий Хәбиров 300-ҙән ашыу студент уҡыған агросәнәғәт колледжы менән танышты һәм оҫтаханаларҙы яңыртыуға 27 миллион һум аҡса бүлергә ҡушты, шулай уҡ ҡыйыҡты, йылылыҡ системаһын ремонтлау буйынса фекерҙәрен белдерҙе. * Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған ете яугир ғаиләһ
Башҡортостан Башлығының Мишкәгә эш сәфәрендә ниндәй ваҡиғалар булды?
31 июля 202531 июл 2025
1 мин