2017 йылдан алып эшләү дәүерендә Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды республиканың етештереү проекттарына уңышлы ярҙам итә. Ошо осорҙа фонд 59 миллиард һумға яҡын инвестициялар йәлеп иткән, шуның 23 миллиард һумы Рәсәй Сәнәғәтте үҫтереү фондынан килгән. Фонд тырышлығы менән 202 проект тормошҡа ашырылған, һөҙөмтәлә дүрт меңдән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа килгән һәм 34 миллиард һумдан күберәк өҫтәмә һалым алынған. Хупланған һәм ярҙам күрһәтелгән проекттар һаны буйынса Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Туймазы районы алдынғы булып танылды. Ә бөтәһе фонд был дәүерҙә республиканың 25 муниципалитетына инвестиция проекттары өсөн ташламалы финанслау бирҙе. Инвестиция суммаһының күпселек өлөшө машиналар эшләү һәм химия тармаҡтарына тура килә. Уңышлы хеҙмәттәшлеккә миҫал итеп “Ойлтиммаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте күрһәтергә мөмкин. Был предприятие 2021 йылда 10 миллион һумдан ашыулыҡ заем алды, ә 2022 йылда дөйөм финансланыуы 167 миллион һум тәшкил иткән проектты тормошҡа ашырҙы. 2024 йылда кол