Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡариҙел менән Асҡын араһын яҡынайтып

2025 йылда Ҡариҙел һәм Асҡын райондарында Яугилде – Суртанлы күле юлының 13,5 саҡрымы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы булдырылған “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) нигеҙендә йүнәтелә. Был хаҡта Транспорт министрлығынан хәбәр иттеләр. Эштәр Ҡариҙел районының Артакүл ауылы эргәһендәге дөйөм оҙонлоғо 10,6 саҡрымлыҡ ике биләмәлә һәм Асҡын районының Шишмә-Ураҡайҙан Упҡанкүлгә тиклем юл участкаһында алып барыла. Подрядсы ойошма әлегә иҫке япманы алып ташлауҙы һәм тигеҙләү ҡатламын ҡороуҙы башҡара. Бынан һуң асфальт-бетон япма һалыу, юл ситтәрен нығытыу, билдәләр ҡуйыу планлаштырыла. – Яугилде – Суртанлы күле юлы Пермь крайы сигендә урынлашҡан һәм ике төбәк араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Шулай уҡ уның аша Асҡын районының бәләкәй ауылдары халҡы район үҙәгенә барып етә. Шуға күрә был юлды яҡшы хәлгә килтереү һәм бөтә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн хәүефһеҙ, уңайлы юл йөрөүҙе тәьмин итеү мөһим, – тип билдә

2025 йылда Ҡариҙел һәм Асҡын райондарында Яугилде – Суртанлы күле юлының 13,5 саҡрымы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы булдырылған “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) нигеҙендә йүнәтелә. Был хаҡта Транспорт министрлығынан хәбәр иттеләр. Эштәр Ҡариҙел районының Артакүл ауылы эргәһендәге дөйөм оҙонлоғо 10,6 саҡрымлыҡ ике биләмәлә һәм Асҡын районының Шишмә-Ураҡайҙан Упҡанкүлгә тиклем юл участкаһында алып барыла. Подрядсы ойошма әлегә иҫке япманы алып ташлауҙы һәм тигеҙләү ҡатламын ҡороуҙы башҡара. Бынан һуң асфальт-бетон япма һалыу, юл ситтәрен нығытыу, билдәләр ҡуйыу планлаштырыла. – Яугилде – Суртанлы күле юлы Пермь крайы сигендә урынлашҡан һәм ике төбәк араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Шулай уҡ уның аша Асҡын районының бәләкәй ауылдары халҡы район үҙәгенә барып етә. Шуға күрә был юлды яҡшы хәлгә килтереү һәм бөтә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн хәүефһеҙ, уңайлы юл йөрөүҙе тәьмин итеү мөһим, – тип билдәләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Яҡын арала юлсылар Яубүләк ауылы эргәһендәге 2,9 саҡрым оҙонлоҡтағы биләмәне ремонтлай башлаясаҡ. Бөтә эштәрҙе 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Фото: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.