Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Стәрлетамаҡта шәп байрам үтәсәк

8 һәм 9 августа Башҡортостанда креатив индустрия көнө үткәрелә. Был саралар Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Купец 2.0" фестивале майҙансығында ойошторола. Креатив индустриялар көнө ваҡиғаларының күбеһе белем биреү йүнәлешендә һәм асыҡ форматта уҙғарыла. - Бөгөн креатив индустриялар иҡтисадта трендтар булдыра. Һәм беҙҙең маҡсат – перспективалы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн мөхит булдырыу. Системалы эш, шул иҫәптән федераль эксперттар менән диалог беҙҙең стратегияның нигеҙе. Шуға ла Башҡортостан еспубликабыҙ таланттарына ярҙам итә, дөйөм Рәсәй процестарына әүҙем ҡушыла, - ти Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. 9 августа Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы креатив индустриялар үҫеше буйынса совет уҙғарыла. Программаны проект семинары йомғаҡлай. Әйтергә кәрәк, 8 августан 10-ына тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһында бишенсе тапҡыр уҙғарыласаҡ “Купец 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивале лә - Башҡортостандың иң сағыу мәҙәни һәм туризм сараларыының береһе. Быйылғы фестивалдең концепцияһы – “Таланттар байлығы”. Фестивалдең һәр бер көнө төбәктең уникаль мәҙәни кодын, халҡының һәм ҡунаҡтарҙың ижади потенциалын асыуға йүнәлтелгән. Йолаға ярашлы, иң күләмле сара – илебеҙҙең төрлө төбәктәренән һөнәрселәрҙең йәрминкәһе. Унда 300-ҙән ашыу ҡатнашыусының килеүе көтөлә. Рәсәй төбәктәренән һәм Ҡаҙағстандан оҫталар ҙа ҡатнашасаҡ. Төп майҙансыҡ – Салауат Юлаев исемендәге сквер. Был - тарихи урын. Бында XX быуат башына тиклем сауҙа йәрминкәләре уҙғарылған. Быйыл фестиваль Креатив индустрия көнөнә ярашлы үткәрелә.