Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тағы бер районға ҡатын кеше етәкселек итәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мишкә районына эш сәфәре барышында муниципалитет Советы ултырышында ҡатнашты. Район Советы депутаттары Мишкә районы хакимиәтенең яңы башлығын һайланы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Лариса Александрованы яңы вазифа менән ҡотлап, эшендә уңыштар теләне. Лариса Геннадиевна быға тиклем район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы. – Беҙҙең өсөн Мишкә районының нисек үҫешеүе бик мөһим. Лариса Геннадиевна ошонда тыуып үҫкән һәм бәләкәй ватанында яҡшы хеҙмәт юлы үткән, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Совет депутаттары дөрөҫ ҡарар ҡабул иткәндер, тип иҫәпләйем. Алда – үҙебеҙҙең кешеләр хаҡына ҙур һәм яуаплы эш. Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операция бурыстары үтәүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм Мишкә районының Тыуған илде һаҡлауға индергән ҙур өлөшөн билдәләне. Етәксе шулай уҡ муниципалитеттың артабанғы үҫеше хаҡында һөйләне. – Райондың идара итеү командаһы менән муниципалитеттың и

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мишкә районына эш сәфәре барышында муниципалитет Советы ултырышында ҡатнашты. Район Советы депутаттары Мишкә районы хакимиәтенең яңы башлығын һайланы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Лариса Александрованы яңы вазифа менән ҡотлап, эшендә уңыштар теләне. Лариса Геннадиевна быға тиклем район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы. – Беҙҙең өсөн Мишкә районының нисек үҫешеүе бик мөһим. Лариса Геннадиевна ошонда тыуып үҫкән һәм бәләкәй ватанында яҡшы хеҙмәт юлы үткән, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Совет депутаттары дөрөҫ ҡарар ҡабул иткәндер, тип иҫәпләйем. Алда – үҙебеҙҙең кешеләр хаҡына ҙур һәм яуаплы эш. Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операция бурыстары үтәүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм Мишкә районының Тыуған илде һаҡлауға индергән ҙур өлөшөн билдәләне. Етәксе шулай уҡ муниципалитеттың артабанғы үҫеше хаҡында һөйләне. – Райондың идара итеү командаһы менән муниципалитеттың иҡтисадын һәм социаль өлкәһен нығытыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Барыһынан да элек ауыл хужалығы биләмәләрен һөҙөмтәле файҙаланыу, булған ер участкаларын әйләнешкә индереү һәм эшҡыуарҙарға ярҙам итеү тураһында уйларға кәрәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Бынан тыш, юл инфраструктураһын, газ һәм һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрен яңыртыу, яңы һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөү, шул иҫәптән ауыл ерендә, мәсьәләләре бар. Район халҡы яңы полилингваль гимназияның артабан үҫешеүен көтә. Бының өсөн башланғыс кластар блогын төҙөү кәрәк. Был бурыстарҙы мотлаҡ үтәйәсәкбеҙ. Мишкә районы хакимиәте башлығы төбәк етәкселегенә муниципалитеттың үҫешенә ҙур иғтибарҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. – Районыбыҙҙың ҙур потенциалы булыуына ышанам. Беҙҙә ҡулдарынан барыһы ла килгән, бик уңған һәм ярҙамсыл кешеләр йәшәй. Бергәләп алда торған мәсьәләләрҙе хәл итә аласаҡбыҙ, – тине Лариса Александрова. – Кешеләрҙең тормош хәлен яҡшыртырға ынтыласаҡбыҙ – тораҡ пункттарын төҙөкләндерәсәкбеҙ, юлдар төҙөйәсәкбеҙ, социаль өлкәне үҫтерәсәкбеҙ. Бергәләп тыуған республика хаҡына эшләйәсәкбеҙ. Башҡортостан Башлығы совет ултырышында райондың алдынғы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Лариса Геннадиевна Александрова – муниципалитет башлыҡтары араһында алтынсы ҡатын-ҡыҙ. Ул 1972 йылдың 16 сентябрендә Мишкә районының Мишкә ауылында тыуған. 1994 йылда Бөрө педагогия институтын рус теле һәм әҙәбиәте белгеслеге буйынса тамамлаған. Хеҙмәт юлын Бөрөбаш урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Аҙаҡ 2-се Мишкә урта мәктәбендә директор урынбаҫары, ЗАГС бүлеге мөдире, район хакимиәтенең архив бүлеге мөдире, район хакимиәте башлығының кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары – социаль мәсьәләләр һәм эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары вазифаларын башҡара. Етәксегә уңыштар теләйбеҙ! Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.