Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Туймазы яғында юл рәтләнә

Туймазы районында Бәләбәй - Николаевка - Туймазы – Баҡалы автомобиль юлы участкаһында туҙған ҡатламды фрезерлау эштәре тамамланған, нигеҙен эшләүгә тотонғандар. “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярашлы, подрядсы ойошма Анновка һәм Кальшали ауылдары араһында эш алып бара, тип хәбәр итә республиканың Транспорт министрлығы. Быйыл 4,5 километр оҙонлоҡтағы юлды төҙөкләндереү планлаштырыла. Артабан юлсылар асфальт бетоны йәйәсәк, юл ситтәрен нығытасаҡ, билдәләр һыҙасаҡ. - Был участка Башҡортостандың төп юл селтәренә инә. Бер нисә районды бәйләп тора. Был йүнәлештә Ҡандракүл урынлашҡан, унда ла республика халҡы һәм ҡунаҡтары ял итергә ярата. Был участканы ремонтлап, Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы юлы буйлап сәфәр хәүефһеҙ ҙә, уңайлы ла буласаҡ, - ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда юлсылар Бәләбәй районында Туймазы сигенә тиклем ошо уҡ трассаға килгән участк

Туймазы районында Бәләбәй - Николаевка - Туймазы – Баҡалы автомобиль юлы участкаһында туҙған ҡатламды фрезерлау эштәре тамамланған, нигеҙен эшләүгә тотонғандар. “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярашлы, подрядсы ойошма Анновка һәм Кальшали ауылдары араһында эш алып бара, тип хәбәр итә республиканың Транспорт министрлығы. Быйыл 4,5 километр оҙонлоҡтағы юлды төҙөкләндереү планлаштырыла. Артабан юлсылар асфальт бетоны йәйәсәк, юл ситтәрен нығытасаҡ, билдәләр һыҙасаҡ. - Был участка Башҡортостандың төп юл селтәренә инә. Бер нисә районды бәйләп тора. Был йүнәлештә Ҡандракүл урынлашҡан, унда ла республика халҡы һәм ҡунаҡтары ял итергә ярата. Был участканы ремонтлап, Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы юлы буйлап сәфәр хәүефһеҙ ҙә, уңайлы ла буласаҡ, - ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда юлсылар Бәләбәй районында Туймазы сигенә тиклем ошо уҡ трассаға килгән участканы ремонтлағайны. Төҙөкләндереү эштәрен йыл аҙағына тиклем тамамлау ниәтләнә. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. Фото: "Башҡортостан" ДРТК-һы.