Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһына яңы хирургик яҡтыртҡыстар килтерелде. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын үтәү һөҙөмтәһендә мөмкин булды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Хирургик яҡтыртҡыстар хирургия әмәләттәре, диагностика тикшереүҙәре, операциялар яһау өҫтәлен яҡтыртыу өсөн тәғәйенләнгән. - Яңы ҡорамал операция яһауҙы күпкә яҡшыртасаҡ һәм пациенттар, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн шарттарҙы уңайлыраҡ итәсәк, - тип хәбәр итте Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы баш табибы Александр Юдин. Быйыл, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының “Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикала алты поликлиниканы сафҡа индереү планлаштырлған. Сығанаҡ: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.