Күмертау ҡалаһы дауаханаһының автопаркына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, "Лада Гранта" автомобиле алынды. Еңел автомобиль дүрт пассажирҙы йөрөтөүгә иҫәпләнгән. Шулай уҡ сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән бер ауырыуҙы илтә ала. Бының өсөн алғы ултырғыс уңайлы механизмдар менән йыһазландырылған. Әгәр пассажир инвалид креслоһынан күсеп ултырырға теләһә, креслоны һалыу өсөн багажникта урын бар. – Яңы автомобиль сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән пациенттарыбыҙҙы йөрөтөү сифатын бермә-бер арттырасаҡ. Юл йөрөүҙә уңайлылыҡты һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итәсәк, – ти дауахананың баш табибы Григорий Маркелов. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға