2024 йылдың 9 октябрендә “Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының башланғыс дөйөм белем биреү, төп дөйөм белем биреү һәм урта дөйөм белем биреү федераль программаларына ҡағылған ҡайһы бер бойороҡтарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 704-се бойороғо ҡабул ителеп, быйыл 11 февралдә илдең Юстиция министрлығында теркәлде. Тиҙҙән, яңы уҡыу йылы башынан, уның ҡайһы бер өлөштәре, шул иҫәптән туған телде һәм туған әҙәбиәтте өйрәнеү буйынса дөйөм сәғәттәр һаны билдәләнгән пункты үҙ көсөнә инәсәк. Ошо бойороҡ халыҡта, айырыуса илдең милли республикаларында йәшәүселәрҙә һорауҙар, аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырҙы. “Башҡортостан” гәзите редакцияһына мәсьәләгә аныҡлыҡ индереүҙе һорап көн дә мөрәжәғәт итәләр. Сәбәбе: туған тел һәм туған әҙәбиәт дәрестәренә бүленгән сәғәттәрҙең ҡыҫҡарыуы. Мәсьәлә ысынлап та шулай ҡырҡыу торамы? Борсолорға урын бармы? Ғөмүмән, Рәсәй Мәғариф министрлығының 704-се бойороғо нимә хаҡында? Ошо һәм башҡа һорауҙарға аныҡлыҡ индереү, киң фекер алышыу маҡсатында республиканың мәғариф ведомстволары, белем биреү, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙоҡ. – Туған тел барыбыҙ өсөн үтә ҡәҙерле. Шуға ла уға ҡағылышлы һәр мәсьәлә тап йөрәккә килеп “ҡаҙала”. Рәсәй Мәғариф министрлығының 704-се бойороғон да күптәр тап шундай хәүеф тыуҙырған документ тип аңлай. Ул, ғөмүмән, нимә тураһында? Белем биреү тармағына ниндәй үҙгәрештәр индерәсәк? Әлфиә ҒӘЛИЕВА, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары: – “Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының башланғыс дөйөм белем биреү, төп дөйөм белем биреү һәм урта дөйөм белем биреү федераль программаларына ҡағылған ҡайһы бер бойороҡтарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 704-се бойороғо, билдәле булыуынса, быйыл февралдә Рәсәйҙең Юстиция министрлығы аша үтеп, үҙ көсөнә инде. 1 сентябрҙән тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Бойороҡта мәғариф тармағындағы төрлө мәсьәләләр ҡаралған. Мәктәптәрҙә белем биреүҙең аҙнаһына биш йәки алты көн ойошторолоуы күҙ уңында тотолоп, уҡыу планының бер нисә варианты раҫланған. Уларҙы, үҙ ихтыяждарынан, талаптарынан сығып, һәр мәғариф учреждениеһы һайлап алыу мөмкинлегенә эйә. Ғөмүмән, федераль дәүләт белем биреү стандарттарына дүрт йыл рәттән үҙгәрештәр индерелә килә. Тармаҡтың йылдам үҫешенә бәйле, Рәсәй мәктәптәренә йыл да яңы уҡыу пландары тәҡдим ителә. 704-се бойороҡта туған тел дәресен уҡытыу сәғәтенә бәйле үҙгәреш бар. Ул 1-се класҡа ҡағыла. Милли мәктәптәрҙә аҙнаһына алты көн уҡығандар өсөн туған тел дәресе өс сәғәттән икәүгә ҡалдырылған. Республикабыҙҙа иһә, билдәле булыуынса, 2019 йылдан алып аҙнаһына биш көн белем алыу системаһы эшләй. Бындай мәктәптәрҙең уҡытыу планында 1-се класс өсөн туған тел дәресе аҙнаһына ике сәғәттән берәүгә ҡалдырылған. Әммә хәүефләнергә урын юҡ тип иҫәпләйем. Бындай мәсьәлә беренсе тапҡыр 2022 йылда булғайны. Ул ваҡытта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, мәктәп етәкселәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, Рәсәй Мәғариф министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығында Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында киң фекер алышыу ойошторҙоҡ. Һөҙөмтәлә федераль кимәлдәге етәкселәр республика мәктәптәрендә аҙнаһына биш көн уҡытыу ойошторолғанын, халыҡтың һорауҙарын, теләктәрен иҫәпкә алып, модификацияланған уҡыу планын ҡулланырға рөхсәт итте. Ошонан сығып, беҙ һәр саҡ яңы уҡыу йылы башланыр алдынан Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының коллегияһын үткәрәбеҙ, унда йәмәғәтселек вәкилдәрен дә саҡырабыҙ. Фекер алышыу нигеҙендә республика мәктәптәренә модификацияланған уҡыу пландары тәҡдим ителә, һәр белем биреү учреждениеһы уны үҙе һайлап ала. Ошо арҡала туған телдәрҙе өйрәтеү эше яйға һалынған, тейешле кимәлдә бара. Артабан да шулай буласаҡ. Уҡытыу программаларыбыҙ, дәреслектәребеҙ федераль исемлеккә индерелгән. Әлфиә ӘБДЕЛМӘНОВА, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғарифты үҫтереү буйынса ресурс үҙәге етәксеһе: – Республикабыҙҙа был мәсьәлә буйынса эш, ысынлап та, күптән алып барыла. Заманса уҡыу-уҡытыу системаһы берҙәм итеп төҙөлгән – уның бурыстарын дәрестә генә түгел, дәрестән тыш та тормошҡа ашырырға мөмкин. Тимәк, төрлө түңәрәктәрҙә, секцияларҙа һ.б. Әйтәйек, физик тәрбиә, рәсем дәрестәре модулле итеп бирелгән. Уларҙы кластан тыш сараларҙа үткәрергә мөмкин. Ошо иҫәпкә туған телдәр өсөн бирелгән сәғәттәрҙе арттырыу мөмкинлеге бар һәм шуны файҙаланабыҙ ҙа. Бындай ҡарарыбыҙ менән федераль ведомстволар вәкилдәре лә килешә. Азамат ШӘМСЕТДИНОВ, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты директоры урынбаҫары: – Берҙәм тигәндән, ысынлап та, илдең мәғариф тармағы хәҙер берҙәм системаға әйләнә бара. Әммә федераль дәүләт белем биреү стандарттары эсендә һәр мәктәптең үҙенсәлектәренә, шәхси мәнфәғәттәренә, бурыстарына ярашлы эш алып барыу мөмкинлектәре бирелә. Заман уҡыусыһы нимәләрҙе белергә тейеш? Федераль стандарт ошо бурыс өсөн яуаплы. Ә уны ғәмәлгә ашырыу юлдары, алымдары – мәктәптең ҡарамағында. Ошонан сығып, федераль стандарттар биргән мөмкинлектән файҙаланып, бөгөн мәғариф учреждениеларында дәрестән тыш эшмәкәрлек тә әүҙем алып барыла. Төрлө түңәрәктәргә, секцияларға балалар айырыуса ҡыҙыҡһынып йөрөй. Уҡытыу программаһына килгәндә, беҙҙә, интернат булғас, аҙнаһына алты көн уҡытыу һаҡланып ҡалды. Башҡорт теле туған тел сифатында өйрәтелгәс, был йәһәттән дә һиҙелерлек үҙгәрештәр булманы. Беҙҙә һәр уҡыусы 9-сы класты тамамлағанда башҡорт теленән Төп дәүләт имтиханы тапшыра. Был йәһәттән ата-әсәләр яғынан ризаһыҙлыҡ белдерелгәне юҡ – быны гимназияла оҙаҡ йылдар эшләгән уҡытыусы, етәксе булараҡ әйтәм. – Тимәк, федераль министрлыҡтың 704-се бойороғо пункттары нигеҙендә һәр мәктәп үҙ эшмәкәрлеген тейешле маҡсаттарына, бурыстарына ярашлы ҡора аласаҡ? Борсолорға кәрәкмәй? Лариса АБДУЛЛИНА, “Аҡбуҙат” республика балалар журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү комиссияһы рәйесе: – Минеңсә, халыҡ борсола икән, тимәк, быға нигеҙ бар. Тик улар интернетта ғына яҙып ҡалмаһын, ә Рәсәй Мәғариф министрлығына эшлекле, ерлекле тәҡдимдәрен, фекерҙәрен еткерһен ине. Тик кемделер ғәйепләү юлы менән түгел. Мәғлүм булыуынса, күптән түгел Башҡортостан яҙыусылары съезы булды. Унда, әҙиптәргә мөрәжәғәт итеп, республика Башлығы Радий Хәбиров: “Һеҙ – беҙҙең терәгебеҙ. Республикабыҙҙы бергәләп һаҡларға тейешбеҙ”, – тине. Ә Башҡортостанды бар иткән төп халыҡ – башҡорттар, уларҙың иң изге, ҡәҙерле рухи ҡиммәте – башҡорт теле. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезында ла республика етәксеһе төбәгебеҙ мәнфәғәттәрен бергәләп ҡайғыртырға саҡырҙы. Ошо йыйындағы сығышында Радий Фәрит улы балалар баҡсаларына башҡорт теле дәрестәрен индереү, бының өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу кәрәклеге хаҡында ла әйтте. Һөҙөмтәлә был йәһәттән республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына күрһәтмә бирелде. Ғөмүмән, мин борсолоуҙарға урын ҡалдырмайынса, фекер алышыуҙан эшкә күсеү яғындамын. Һүҙебеҙ ғәмәлдәр менән нығытылырға тейеш, тигән бит пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә. Һәм иң мөһиме – мәктәп программаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, кескәй башҡорт 1-се класҡа туған телен ныҡлы белеп барһа, бирешмәйәсәк. Тимәк, эште нәҡ балалар баҡсаларынан башлау мөһим. Әлиә ИШДӘҮЛӘТОВА, Өфө ҡалаһының 18-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе: – Беҙҙең мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тап шундай маҡсатта эш алып бара. Унда тәрбиәләнгән башҡа милләт вәкилдәре лә бер-береһен башҡортса сәләмләй, телде яратып, ихлас өйрәнә. Сабыйҙарҙың кескәй йөрәгенә туған телгә һөйөү уты һалыу өсөн төрлө сараларҙы даими үткәрәбеҙ, был йәһәттән ижади тәрбиәселәрҙең авторлыҡ уйындары, әсбаптары – ҙур ярҙам. Дөйөм эшкә атай-әсәйҙәрҙе лә йәлеп итәбеҙ. Улар беҙҙең менән бергә ҡала, республика кимәлендә уҙған сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Үҙ-ара ошондай берҙәмлек булмаһа, “Һаумы, һаумы, әкиәт!”, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр, “Йәш сәсәндәр” конкурстарында ҙур еңеүҙәр яулай алмаҫ инек. Шуныһы мөһим: беҙҙең балалар баҡсаһында 2020 йылдан алып ике полилингваль төркөм эшләп килә. Биш йыллыҡ эшмәкәрлек һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, ошо заманса алым – башҡорт, рус, инглиз телдәрен бергә өйрәнеү арҡаһында бәләкәстәр өндәрҙе таҙараҡ, матурыраҡ әйтә. – Туған телебеҙгә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында, республикабыҙҙа полилингваль мәктәптәр ҙә эшләй. Улар тейешле һөҙөмтә бирәме? Әлфиә ҒӘЛИЕВА, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары: – Беҙҙә бындай мәктәптәр, республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарарына ярашлы, 2019 йылда булдырыла башланы. Хәҙер уларҙың иҫәбе – туғыҙ. Билдәле булыуынса, полилингваль мәктәптәрҙә уҡытыу туған телдә, русса һәм инглизсә алып барыла. Балаларҙың лингвистик яҡтан һәләтен асыу, туған телдәргә һөйөү уятыу, уларҙы һаҡлау, үҫтереү маҡсатын күҙ уңында тотҡан заманса эшмәкәрлек яҡшы һөҙөмтә бирә. Бындай мәктәптәр райондарҙа ла булдырылды. Мәҫәлән, Мишкәләге белем усағында – мари, рус, инглиз, Нефтекама ҡалаһындағы мәғариф учреждениеһында татар, рус, инглиз телдәре өйрәтелә. Балалар ҙа, ата-әсә лә, педагогик коллективтар ҙа ошондай эшмәкәрлек һөҙөмтәләренән ҡәнәғәт. Ғөмүмән, полилингваль мәктәптәр – республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың туған телдәренә берҙәй ҙур иғтибар бүленеүенә ныҡлы дәлил. Азамат ШӘМСЕТДИНОВ, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты директоры урынбаҫары: – Телдәрҙе белеү, ысынлап та, баланы үҫтерә, уның башҡа предметтарҙан уңыштарына ла юл аса. Мәҫәлән, беҙҙең гимназияға Бөрйән районынан килгән уҡыусыбыҙ ике йыл элек химиянан һәм рус теленән Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға тапшырҙы. Бәләкәйҙән башҡортса һөйләшкән, уҡыған ҡыҙ. Бер телде белеүҙең икенсеһен өйрәнеүгә һис тә ҡамасауламауына, киреһенсә, ярҙам итеүенә дәлил был. Шәһит ХАММАТОВ, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, ике бала атаһы: – Уҡыуҙағы ҡаҙаныштар һәм, ғөмүмән, төрлө йәһәттән уңыштарға нигеҙ ғаиләлә туған тел аша һалына. Шуға ла ата-әсәләр милли тәрбиә эшенә ҙур иғтибар бүлһен, йыбанмаһын ине. Тәүге ябай ғына бурыс: “привет”, “пока”, “доча” кеүек һүҙҙәрҙе ҡулланмайыҡ. “Улым”, “ҡыҙым”, “сәләм”, “тәмле булһын” тип һөйләшеү ҡайһылай ҙа матур! Шулай уҡ сабыйҙарыбыҙға йоҡлар алдынан әкиәт һөйләргә йыбанмайыҡ әле. Ошондай йылы милли мөхиттә үҫкән баланың “нигеҙе” ныҡлы буласаҡ, туған телен төрлө шарттарҙа ла онотмаясаҡ. Уҡытыусыларға: “Бына мин һеҙгә баламды бирәм. Туған телен өйрәтегеҙ”, – тип үҙ иңеңдән бурысты алып ташлап булмай. Барыһы ла өйҙән, сәңгелдәктән килә. Әйткәндәй, хәҙерге йәш ғаиләләр араһында балаларын туған телендә, милли йолалар аша тәрбиәләргә ынтылғандар күп – шул ныҡ һөйөнөслө. Лариса АБДУЛЛИНА, “Аҡбуҙат” республика балалар журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү комиссияһы рәйесе: – Тап шулай – тәү сиратта ғаиләлә милли мөхит булдырыу мөһим. Әммә туған телебеҙҙе дәүләт тә ҡурсаларға тейеш. Ата-әсәнең, мәғариф учреждениеларының, йәмәғәт ойошмаларының, дәүләт власының, стратегик партнерҙар кеүек, уртаҡ маҡсатта эшләүе мөһим. Өйҙә башҡортса һөйләшеп тә, сабый балалар баҡсаһында башҡаса мөхиткә эләгә икән, оҙаҡ тормай бутала башлап, туған телен онотоуы ихтимал. Шуға ла һәр ерҙә шарттар тыуҙырыу кәрәк, мәҫәлән, телефондан хәбәрҙәрҙе башҡортса яҙыу, башҡортса йәнһүрәттәр күрһәтеү, интернет ресурстарын туған телебеҙ менән “яулап алыу”. Балалар ҡайҙа – беҙ шунда булырға тейеш. Төрлө хәүефле уйҙарға, төшөнкөлөккә бирелмәйек. Туған телебеҙ мәнфәғәтендә эшләргә, эшләргә һәм эшләргә кәрәк! Гөлназ ЙОСОПОВА, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры: – Шәһит Зәйет улы туған телебеҙҙе үҫтерергә ынтылған йәш ғаиләләрҙең күп булыуы хаҡында әйтеп үтте. Ысынлап та, шулай. Тап шундай рухлы йәштәребеҙ ярҙамында беҙҙең ойошма тарафынан төрлө проекттар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, “Мин башҡортса һөйләшәм” тигән акция үтә, Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙғарыла, “Һомай” аҡыллы колонкаһы булдырылды, башҡортса өҫтәл уйындары барлыҡҡа килде, уларҙы балалар баҡсаларына, мәктәптәргә, атай-әсәйҙәргә таратабыҙ. Киләсәккә пландарыбыҙ күп. Республикабыҙҙа башҡорт телен үҫтереү маҡсатында бихисап эштәр алып барыла, уларҙа һәр беребеҙ әүҙем ҡатнашып, майҙанды киңәйтәйек тигән теләктәмен. ------------------- Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе: – Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың туған телдәре яңы закондар, норматив акттар тарафынан да һаҡлана. Мәҫәлән, быйыл 17 июлдә “Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән, Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлыҡтарының башланғыс дөйөм һәм төп дөйөм белем биреү федераль дәүләт белем белем биреү стандарттарына ҡағылышлы ҡайһы бер үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 467-се бойороҡ теркәлде. Уның тәүге вариантын күргәндән һуң, уҡыу предметы “туған тел” тип аталмағас (Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың теле тиелгән ине), быйыл май айында Дәүләт Думаһында ҙур кәңәшмә үткәрҙек. Был һөйләшеүгә илдең милли төбәктәр вәкилдәре, ошо өлкәләге ғалимдар, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы вәкилдәре һ.б. саҡырылды. Һөҙөмтәлә, күптән түгел теркәлгән был бойороҡта күренеүенсә, беҙҙең тәҡдимдәр иҫәпкә алынған – туған тел һүҙе ингән. 2025 йылдың 1 сентябренән уҡыу предметы Рәсәй Федерацияһы халҡының туған теле тип аталасаҡ. Тағы бер мөһим сара хаҡында әйтергә кәрәк: быйыл 11 июлдә ил Президенты оҙаҡ йылдар әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһының телдәр сәйәсәте дәүләт концепцияһына ҡул ҡуйҙы. Һигеҙ бүлектән һәм 40 пункттан торған документ илдә йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен ҡулланыуҙың барлыҡ аспекттарын үҙ эсенә алған. Уны тормошҡа ашырыу өсөн юл картаһы төҙөләсәк, төрлө йүнәлештәге саралар ойоштороласаҡ. Был эштә һәр милли төбәк, һәр кеше ҡатнаша ала. Дәүләт власынан, йәмәғәт ойошмаларынан да ҙур әүҙемлек кәрәк буласаҡ. Үҙебеҙҙең ҡарашыбыҙҙы, төплө, ерлекле фекеребеҙҙе әйтергә, был гражданлыҡ бурысыбыҙға яуаплы ҡарарға тейешбеҙ. Илебеҙҙә туған телдәр һаҡланасаҡ, тип асыҡтан-асыҡ әйтелә концепцияла. Документҡа ярашлы, туған телдәрҙең реестры булдырылып, уларҙың һәр береһенә федераль кимәлдә ярҙам күрһәтеләсәк. Шул иҫәптән, мәҫәлән, әле республикалар дәреслек сығарыуҙы үҙ иңендә күтәреп килһә, хәҙер был эштә федераль йәһәттән булышлыҡ ҡылынасаҡ. Ғөмүмән, илебеҙҙә туған телде өйрәнеүгә, унда киң аралашыуға, үҫеш маҡсатында төрлө саралар ойоштороуға, проекттар булдырып, тормошҡа ашырыуға бер ниндәй ҙә сиктәр юҡ. Һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән дә әйтәм: ошо дөйөм эшкә һәр беребеҙ үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә ынтылырға тейешбеҙ. Әлеге фекер алышыуҙан күренеүенсә, халҡыбыҙҙың мәғариф өлкәһендәге, туған телгә бәйле мәсьәләләргә ҙур иғтибар бүлеүе ҡыуаныслы. Ошолай битараф булмайынса, барыһын да уртаға һалып һөйләшеп, рухи ҡиммәттәребеҙ мәнфәғәттәрен бергәләп хәстәрләйек. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
2024 йылдың 9 октябрендә “Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының башланғыс дөйөм белем биреү, төп дөйөм белем биреү һәм урта дөйөм белем биреү федераль программаларына ҡағылған ҡайһы бер бойороҡтарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 704-се бойороғо ҡабул ителеп, быйыл 11 февралдә илдең Юстиция министрлығында теркәлде. Тиҙҙән, яңы уҡыу йылы башынан, уның ҡайһы бер өлөштәре, шул иҫәптән туған телде һәм туған әҙәбиәтте өйрәнеү буйынса дөйөм сәғәттәр һаны билдәләнгән пункты үҙ көсөнә инәсәк. Ошо бойороҡ халыҡта, айырыуса илдең милли республикаларында йәшәүселәрҙә һорауҙар, аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырҙы. “Башҡортостан” гәзите редакцияһына мәсьәләгә аныҡлыҡ индереүҙе һорап көн дә мөрәжәғәт итәләр. Сәбәбе: туған тел һәм туған әҙәбиәт дәрестәренә бүленгән сәғәттәрҙең ҡыҫҡарыуы. Мәсьәлә ысынлап та шулай ҡырҡыу торамы? Борсолорға урын бармы? Ғөмүмән, Рәсәй Мәғариф министрлығының 704-се бойороғо нимә хаҡында? Ошо һәм башҡа һорауҙарға аныҡлыҡ индереү, киң фекер алышыу маҡсатында республиканың мәғари