Республикаға идара итеү үҙәгендәге оперативкала түбәндәге саралар үткәрелде һәм мәғлүмәт бирелде. * Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Конституция суды рәйесе Хәйҙәр Вәлиевте, Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына 10 йыл тулыу айҡанлы, Ҡырым Республикаһының юбилей миҙалы менән наградланы. * Башҡортостандың 754 142 кешеһе дарыуҙы ташламалы нигеҙҙә ала. Июлдең һуңғы аҙнаһында дәүләт аптекалары 52,5 мең рецепты хеҙмәтләндергән һәм дөйөм суммаһы 278,4 миллион һум булған 106,9 мең дарыу ҡабы биргән. Дарыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндың контролендә тора. * Ошо аҙнала “Һаулыҡ поездары” Саҡмағош, Балтас, Күгәрсен, Мәләүез, Балаҡатай, Бәләбәй һәм Йылайыр райондарында булды. Апрель аҙағынан алып мобиль табиптар 214 ауылда 117 мең кешене ҡараны һәм онкология, диабет, туберкулез, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре буйынса 2 900 шик осрағын тапты. * Башҡортостан Башлығы Башҡортостандың район һәм ҡалалары етәкселәрен баҡсасылар өсөн түләүһеҙ сауҙа майҙансыҡта