Матур йолаға әйләнгән сара – “Аҫылташ” йәштәр форумы быйыл да Йылайыр районының Һынташ ауылы янындағы “Дуҫлыҡ” балалар лагерында үтте. Был юлы ул “Илдең берҙәмлеге өсөн – берҙәмлек өсөн” тигән фестиваль булараҡ ойошторолдо. Заман менән бергә атлаған алдынғы ҡарашлы йәштәр бер майҙанға тупланды. Башҡа йылдарҙан айырмалы, әлеге йыйында эшләп йөрөгән йәштәрҙең дә ҡатнашыуы әһәмиәтле булды. Фестиваль дүрт йүнәлеште – студенттар өсөн “Аҫылташ” форумын, республикала хеҙмәт иткәндәрҙең турист слетын, Башҡортостан студенттарының турист слетын, төбәгебеҙҙән сыҡҡан студенттар өсөн “Республика һәм ил менән бергә” тип аталған йыйынды берләштерелде. Сарала Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров, Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов һәм башҡалар ҡатнашты. Тәүге көндә Вито Фладис улы “Нимә ул #БашМолодежь фестивале?” тигән темаға интерактив лекция үткәрҙе, йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе, күтәрелгән ҡайһы бер мәсьәләләрҙе шәхси контроленә алды. Форум программаһына ярашлы, шулай уҡ Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов, “Республика һәм ил менән бергә” форумы етәксеһе Илшат Рәхмәтуллин, төбәктең Именлек советы секретары Валерий Олейник, Йылайыр районы прокуроры Илгиз Йәрмөхәмәтов, экстремизмға ҡаршы көрәш үҙәге хеҙмәткәре Денис Таштимеров, сәйәхәтсе, спорт мастеры Владимир Мордвин, Йылайырҙың Үркәс ауыл биләмәһе башлығы Фәдис Сәғитов, фестиваль ҡунаҡтары Айнур Ғибәтов, Тимур Вәлитов һәм башҡалар ҡатнашлығында көнүҙәк темаларға ойошторолған стратегик сессияларҙа лекциялар тыңланды, фекер алышыуҙар барҙы. Ғөмүмән, өс көн дауам иткән мөһим сараның программаһы бай йөкмәткеле булды. Йәштәр билдәле эксперттар менән милләт-ара мөнәсәбәт, спорт, эске туризм, мәҙәниәт, ижади индустрияла үҙ урыныңды табыу кеүек көнүҙәк темалар буйынса фекер алышты, “Һалдатҡа хат” акцияһында, күргәҙмәләрҙә, төрлө викториналарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә, экстремаль спорт, халыҡ уйындарында ҡатнашты, интерактив майҙанда уҡ атырға өйрәнде, һәр кис республика артистарының сағыу сығыштарын ҡараны, бейене, төнгө усаҡ янында тиҫтерҙәре менән аралашты. “Бүреләр” рок төркөмө, йәш йырсы Искәндәр Сөләймәнов ҡатнашлығындағы концерт-дискотека барыһына ла оҡшаны. Махсус хәрби операция һәр сараның төп темаһы булып ҡала. Әлеге сарала ошо йәһәттән “Һалдатҡа хат” акцияһы ойошторолоп, уға йәштәр дәррәү ҡушылды. Һәр кем Ватаныбыҙ тыныслығы һағында торған яугирҙәребеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, изге теләктәрен юллап хаттар яҙҙы. Йәштәр шулай уҡ “Преображенск” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге тирмәһендә булып, унда МХО-лағы яугирҙәр өсөн дронға ҡаршы юрғандар, төрлө кейем тегеү, аҙыҡ-түлекте сублимациялау, ҡорот киптереү эштәре менән танышты, маскировка селтәрҙәре үреүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Кискеһен иһә уларға батырлыҡ, илһөйәрлек темалары күтәрелгән “Бетеү”, “Ҡан төркөмө” фильмдары күрһәтелде. Фестиваль барышында шулай уҡ пилотһыҙ осоу аппаратына идара итеү буйынса дәрестәр үтте. “Аҫылташ”та, йола буйынса, быйыл да “Батырҙар ярышы” ойошторолдо. Командаларға километр ярым арауыҡты төрлө ҡаршылыҡтар аша – батҡаҡтан, ҡолға буйлап, сырмалған ептәр араһынан, бейеклеккә үрмәләп, һыу кисеп йүгереп һ.б. үтеү бурысы ҡуйылды. Был экстремаль һынауҙарҙы барыһы ла лайыҡлы атҡарып сыҡты. “Росмолодежь. Гранттар” Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы йомғаҡтары иғлан ителеүен бөтә йәштәр ҙә түҙемһеҙлек менән көттө. Һөҙөмтәлә араларынан ете хеҙмәт авторы иң-иңдәре тип табылып, грант алыуға өлгәште. Әүҙем йәштәрҙең һәләтен асыу, ижади мөмкинлектәрен киңәйтеү майҙансығы булған “Аҫылташ-2025” республика форумы фестивалдә ҡатнашыусыларҙың йыр-бейеүҙәренән торған ҙур концерт менән тамамланды. Республика йәштәре өс көн дауамында яҡындан аралашты, дуҫтар, фекерҙәштәр тапты, яңы үрҙәргә, еңеүҙәргә көс тупланы. Фәдис СӘҒИТОВ, Йылайыр районының Үркәс ауыл биләмәһе башлығы, махсус хәрби операция яугире: — Дөрөҫөн әйткәндә, “Аҫылташ” фестивалендә ҡатнашыусыларҙан бындай уҡ әүҙемлекте көтмәгәйнем. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, уларҙың тормошсан, төплө фекер йөрөтөүҙәре, киң даирәле булыуҙары һоҡландырҙы. Уларға барлыҡ уй- хыялдарының тормошҡа ашыуын, уҡыуҙарында, эштәрендә уңыштар теләйем. “Аҫылташ” йәштәренә өмөт, ышаныс ҙур. Иҙел ХӘКИМОВ, фестивалде ойоштороусыларҙың береһе: —“Аҫылташ” форумында дүртенсе йыл ҡатнашам. Тәүҙәрәк спикер булараҡ сығыш яһай инем, әле сараны ойошторусыларҙың береһемен. Юғары әһәмиәткә эйә ҙур фестиваль үтте. Этник йүнәлештә эшләгән кеше булараҡ, мин үҙем уҡ атыу, халыҡ һәм өҫтәл уйындары, спорт ярыштары, милли музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткән майҙансыҡтарҙа ҡатнашырға тырыштым. Йәштәрҙең бигерәк тә этномәҙәниәт, милли кейем, биҙәүестәр менән ҡыҙыҡһыныуы һөйөндөрҙө. Шулай уҡ берҙәм, дәртле булыуҙары, креатив асыштары һоҡландырҙы. Рената СОЛТАНКИРӘЙЕВА, сарала ҡатнашыусы: — Был йәштәр форумына дүртенсе йыл рәттән килдем. Тәүге осорҙа спикер булһам, быйыл иһә үҙем ҡатнаштым. Йылайыр ере йыл һайын был сараны яҡшы үткәрә. Әлеге фестиваль “Илдең берҙәмлеге – берҙәмлек өсөн” проектына ярашлы ойошторолдо һәм ике телдә алып барылды. Республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан тыш, Силәбе өлкәһенән дә ҡатнаштылар. Фестивалдең ике телдә үтеүе яҡшы: кемдер әле башҡортса аңлаһа ла, бәлки, иркенләп аралаша алмайҙыр, һәм киреһенсә. Әммә шуны әйтергә кәрәк: “Аҫылташ” форумы туған телгә, халҡыңа, тыуған ереңә ҡарата һөйөү тәрбиәләй, йәштәр өсөн аралашыу майҙансығы булып тора. Бында килгән һәр кем киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуя, грант алыу юлдарын өйрәнә. Бөгөн йәштәр өсөн бөтә мөмкинлектәр бар – рәхәтләнеп файҙалан ғына. Мин үҙем – Өфө ҡыҙы, атай-әсәйем Балаҡатай һәм Учалы райондарынан. Күңелемдә туған телемә ҡарата оло һөйөү тәрбиәләгәндәре өсөн уларға мәңге рәхмәтлемен. Фотоларҙа: форумдан күренештәр. Фотолар “Аҫылташ” төркөмөнән алынды. Йылайыр районы.
Матур йолаға әйләнгән сара – “Аҫылташ” йәштәр форумы быйыл да Йылайыр районының Һынташ ауылы янындағы “Дуҫлыҡ” балалар лагерында үтте. Был юлы ул “Илдең берҙәмлеге өсөн – берҙәмлек өсөн” тигән фестиваль булараҡ ойошторолдо. Заман менән бергә атлаған алдынғы ҡарашлы йәштәр бер майҙанға тупланды. Башҡа йылдарҙан айырмалы, әлеге йыйында эшләп йөрөгән йәштәрҙең дә ҡатнашыуы әһәмиәтле булды. Фестиваль дүрт йүнәлеште – студенттар өсөн “Аҫылташ” форумын, республикала хеҙмәт иткәндәрҙең турист слетын, Башҡортостан студенттарының турист слетын, төбәгебеҙҙән сыҡҡан студенттар өсөн “Республика һәм ил менән бергә” тип аталған йыйынды берләштерелде. Сарала Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров, Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов һәм башҡалар ҡатнашты. Тәүге көндә Вито Фладис улы “Нимә ул #БашМолодежь фестивале?” тигән темаға интерактив лекция үткәрҙе, йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе, күтәрелгән ҡа