Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Һауа-десант ғәскәрҙәренең 95 йыллығын Торатауҙа билдәләнеләр

Һауа-десант ғәскәрҙәренең 95 йыллығын МХО ҡатнашыусылары һәм ветерандары республикабыҙҙың төп символдарының береһе - Торатау итәгендә билдәләне. Сарала Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө айҡанлы миҙалдар тапшырыу тантанаһы, Стәрлетамаҡ һәм Ишембайҙан “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалы социаль координаторҙары үткәргән социаль ярҙам саралары буйынса консультациялар үтте. Торатауға күтәрелеү, тирә-яҡ менән танышыу байрамдың иң үҙәк өлөшө булды. Ҡунаҡтар был уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһының тарихы һәм геологияһы тураһында күп яңылыҡтар белде. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һүҙҙәренсә, был сара – десантсыларҙың ҡаһарманлығына хөрмәт күрһәтеү генә түгел, ветерандар өсөн йәмғиәт яғынан берҙәмлек һәм ярҙам тойоу мөмкинлеге лә. – Фонд, юридик, медицина һәм көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеп, Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарын социаль яраҡлаштырыуға һәм реабилитациялауға айырыуса иғтибар бүлә. Бындай саралар патр

Һауа-десант ғәскәрҙәренең 95 йыллығын МХО ҡатнашыусылары һәм ветерандары республикабыҙҙың төп символдарының береһе - Торатау итәгендә билдәләне. Сарала Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө айҡанлы миҙалдар тапшырыу тантанаһы, Стәрлетамаҡ һәм Ишембайҙан “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалы социаль координаторҙары үткәргән социаль ярҙам саралары буйынса консультациялар үтте. Торатауға күтәрелеү, тирә-яҡ менән танышыу байрамдың иң үҙәк өлөшө булды. Ҡунаҡтар был уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһының тарихы һәм геологияһы тураһында күп яңылыҡтар белде. “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һүҙҙәренсә, был сара – десантсыларҙың ҡаһарманлығына хөрмәт күрһәтеү генә түгел, ветерандар өсөн йәмғиәт яғынан берҙәмлек һәм ярҙам тойоу мөмкинлеге лә. – Фонд, юридик, медицина һәм көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеп, Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарын социаль яраҡлаштырыуға һәм реабилитациялауға айырыуса иғтибар бүлә. Бындай саралар патриотик рухты нығытыуға һәм йәш быуынға батырлыҡ традицияларын тапшырыуға булышлыҡ итә. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды артабан да Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә ниәтләй, - тине Гөлнур Ҡолһарина. Ҡунаҡтар сараның ойошторолоуын юғары баһаланы. Фото – филиал ФЗО в Башкортостане.