Бынан бер нисә ай элек Башҡортостан Республикаһының “Ирҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә Белорет районының Ноҡат ауылы эргәһендәге йүкәнән батман эшләү сараһы үткәреү өсөн атайҙар менән уландарҙы саҡырыу тураһында иғлан баҫтырғайны. Комиссия был сарала ҡатнашырға теләгәндәр араһынан, эш ҡоралдары һанын иҫәпкә алып, 15 атайҙы һәм уларҙың улдарын һайлап алды. Ни өсөн йүкәнән батман эшләүҙе һайлағандар? Былтыр атайҙар улдары менән солоҡ яһаған. Балта һәм бензин бысҡыһы менән эшләү ауырға төшкән. Иртәнән кискә тиклем эшләргә тура килә – барыһы ла ныҡ арыған. Быйыл эште ябайлаштырырға — йүкәнән батман эшләргә ҡарар иткәндәр. Сара башланыр алдынан РФ Дәүләт Думаһы депутаты, республиканың “Ирҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе ойошманың Белорет районы буйынса бүлексәһенең әүҙем ағзаларына, күп балалы атайҙарға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға наградалар тапшырҙы. Бәйге тәртибе менән таныштырғандан һуң атайҙар улдары менән кәтмән әҙерләүгә тотондо. Арҡыры ба
Малайҙар үҙ ҡулдары менән эшләгән батмандарҙы ғорурлыҡ менән алып ҡайттты
28 июля 202528 июл 2025
2 мин