Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә үткән Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында алдан иҫәпкә алынған күсемһеҙ милек объекттары хужаларын асыҡлау буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде. - Республика Хөкүмәте тарафынан Росреестр менән берлектә 2022 йылдың декабрендә һәм 2025 йылдың мартында тейешле план-графиктар билдәләнде. Тәүгеһе буйынса федераль үҙәккә отчет бирәбеҙ. Барлығы уларға 287 меңдән ашыу объект индерелгән. 1 июлгә ҡарата беренсе план-график буйынса эш һөҙөмтәлелеге 74 процент тәшкил итте (икенсе план-график буйынса 97 процент). Быйылғы йылдың маҡсатлы йүнәлеше 80 процент, - тине Андрей Назаров. План-графикка индерелгән объекттарҙы иҫәпкә алып, күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрында 230 мең объект тураһында мәғлүмәт һаҡлана. Улар буйынса теркәү сараларын башҡарырға кәрәк. Шуны билдәләү мөһим, 169 мең объект ҡаҙнаны тулыландырыуҙың реаль сығанағы булып тора. Башҡа объекттар буйынса тикшереү уҙғарыу йәки иҫәптән төшөрөү талап ителә. Башҡортостан Хөкүмәте