Ҡурай еләге менән бәлеш 3 йомортҡа, 230 гр он, 180 гр шәкәр, 100 гр ҡаймаҡ, 100 мл үҫемлек майы, 10 гр разрыхлитель, ванилин, ҡурай еләге (үҙегеҙ теләгәнсә). Үҫемлек майын 1 йомортҡа ҡушып туҡыйбыҙ. Ҡалған йомортҡаларҙы шәкәр менән туҡыйбыҙ. Унан ике иҙмәне бергә ҡушабыҙ ҙа ҡаймаҡ өҫтәп һалабыҙ. Яҡшылап болғатабыҙ. Хәҙер инде он, ввнилин, разрыхлитель өҫтәп, ҡуйы ҡаймаҡ ҡуйылығындағы ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер форманы майлайбыҙ ҙа, ҡамырҙың бер өлөшөн ҡоябыҙ. Өҫтөнә ҡурай еләген теҙеп сығабыҙ ҙа ҡалған ҡамырҙы ҡоябыҙ. 170-180 градус эҫелектәге духовкаға ултыртып, 50 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Әҙер бәлештең өҫтөн шәкәр пудраһы менән биҙәргә була. Сәйегеҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!