Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Юл эргәһе сервистары көйләнә

Башҡортостан Хөкүмәтендә төбәктәге юл эргәһендәге сервис үҫешенә ҡағылышлы һорауҙар тикшерелде. Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә уҙғарылған кәңәшмәлә муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары, ведомство етәкселәре ҡатнашты. Андрей Назаров шулай уҡ федераль автомобиль юлдары буйында юғары кимәлдә хеҙмәтләндерелгән 22 күп функциялы зоналар төҙөү ҙә төп маҡсаттарҙың береһен булыуын әйтте. -Быйылға маҡсатлы күрһәткестәр юл эргәһендәге 139 яңы объект төҙөүҙе һәм 144 объектты модернизациялауҙы күҙаллай. Тәүге ярты йыллыҡта 80 объектты файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Инвестициялар күләме 760 миллион һумға яҡын. Бынан тыш 200-ҙән ашыу миллион һумға 88 объект модернизацияланды, - тине Андрей Назаров. Быйыл тәүге ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса төбәктәге юл эргәһендәге сервис үҫеше тураһында Башҡортостандың Ссуҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров һөйләне. Уның билдәләүенсә, республиканың Сауҙа министрлығы муниципалитеттар менән берлектә даими рәүештә инвесторҙарҙы йәлеп и

Башҡортостан Хөкүмәтендә төбәктәге юл эргәһендәге сервис үҫешенә ҡағылышлы һорауҙар тикшерелде. Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә уҙғарылған кәңәшмәлә муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары, ведомство етәкселәре ҡатнашты. Андрей Назаров шулай уҡ федераль автомобиль юлдары буйында юғары кимәлдә хеҙмәтләндерелгән 22 күп функциялы зоналар төҙөү ҙә төп маҡсаттарҙың береһен булыуын әйтте. -Быйылға маҡсатлы күрһәткестәр юл эргәһендәге 139 яңы объект төҙөүҙе һәм 144 объектты модернизациялауҙы күҙаллай. Тәүге ярты йыллыҡта 80 объектты файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Инвестициялар күләме 760 миллион һумға яҡын. Бынан тыш 200-ҙән ашыу миллион һумға 88 объект модернизацияланды, - тине Андрей Назаров. Быйыл тәүге ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса төбәктәге юл эргәһендәге сервис үҫеше тураһында Башҡортостандың Ссуҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров һөйләне. Уның билдәләүенсә, республиканың Сауҙа министрлығы муниципалитеттар менән берлектә даими рәүештә инвесторҙарҙы йәлеп итеү, тормошҡа ашырылған инвестиция проекттарын мониторинглау буйынса эш алып барыла. -Тәүге ярты йыллыҡта Архангел, Иглин, Кушнаренко, Өфө, Стәрлебаш райондарына, Күмертау, Мәләүез, Стәрлетамаҡ ҡалаларына сәфәрҙәр ойошторҙоҡ. Унда эшҡыуарҙар өсөн консультациялар үткәрҙек. Бөгөнгө көндә инвесторҙар менән бәйләнеш булдырылған. Улар яҡынса 12 миллиард һумлыҡ инвестициялар күләме менән 200-ҙән ашыу инициативаны тормошҡа ашырыуҙары тураһында белдерҙе. Инвестиция комитеты ултырыштарында 10 миллиард һумлыҡ 88 инвестиция проекты хупланды, - тине Азат Асҡаров. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.