Бөгөн республика Хөкүмәтендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Рәсәй студенттар отрядтарының төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеге тикшерелде. Йәштәр ойошмаһының эше тураһында уның етәксеһе Элина Саматова хәбәр итте. Ул 2025 йылдың башында республика Башлығы указы буйынса Башҡортостанда студенттар отрядтарын үҫтереү буйынса ведомство-ара координация советын булдырыуҙарын иҫкә төшөрҙө. Уның маҡсаты – төбәктең студент отрядтарының эшен яңы кимәлгә сығарыу. 2025 йылда республикала йәштәрҙең хеҙмәт семестрында ҡатнашыу мөмкинлеге киңәйтелде, тине ул. Әгәр 2024 йылда Башҡортостанда бер генә хеҙмәт проекты ла тормошҡа ашырылмаһа, 2025 йылда ауыл хужалығында, производствола, сервиста, педагогикала һәм медицинала биш йүнәлеш буйынса 45 проект старт алды. Уларҙа 2 464 кеше ҡатнаша. 2025 йылдың авгусына тағы ла ете яңы проектты тормошҡа ашырыу планлаштырыла, улар 1,1 мең ҡатнашыусыны үҙ эсенә аласаҡ. 52 проект сиктәрендә 3,5 меңдән ашыу студент эшкә урынлашасаҡ. Йәштәр